Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
'''«Торатау»''' — Ишембай ҡалаһы һәм районының ижтимағи-сәйәси гәзите. 2001 йылдың июленән үҙаллы баҫма булып сыға башлай һәм ошо йылдан алып «Торатау» исемен йөрөтә.
 
== Шишмә башы ==
Нефть ятҡылығы асылғанғҡа тиклем Стәрлетамаҡ районына ҡараған Ишембай ауылында Юрматы ырыуы вәкилдәре көн итә. Борондан был төбәк үҙенең белемле шәхестәре менән таныла. Башҡортостандың танылған шағыры Сулпан Иманғолов, Башҡорт хөкүмәте 1918 йылда Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында мәктәп аса, Ерҙе күмәкләп эшкәртеүселәр ширкәте ойоштора, тип хәтерләй торғайны. Баҫма һүҙгә лә ҙур иғтибар бүленә: Маҡарҙа "Штурмға" тип аталған гәзиттең бер нисә һанын сығарыла. Уның мөхәррире - Йәғәфәр Ғәлиев. 1931 йылдың 21 сентябрендә Петровскиҙа "Алға" гәзите сыға башлай. Партия һәм совет ветераны Нурулла Ғиниәт улы Янбаев байтаҡ йылдыр был баҫманың мөхәррире була. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем гәзит ғәрәп һәм латин шрифтарында йыйы һәм баҫыла.
1932 йылда Ишембай ерендә нефть ятҡылығы асылғас, "Башҡортостан вышкаһы" тип аталған гәзит сыға башлай, уның тәүге мөхәррире - танылған яҙыусы, журналист Али Карнай.
Һуғыштан һуң ҡала һәм район өсөн берләштерелгән "Вперед" -"Алға" гәзите сығарыла.
 
== Тарихы ==
Юл 10 ⟶ 15:
Ишембай ҡала Советы 2001 йылдың 24 майында үткән сессияһында ҡала һәм район өсөн айырым башҡорт телендә сыҡҡан "Торатау" гәзитен асыу тураһында ҡарар ҡабул итә<ref>Решение IX сесси Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.</ref>, һәм бер тауыштан М. М. Йосопованы баш мөхәррир итеп раҫлап та ҡуялар (тарихта, моғайын, беренсе тапҡыр Совет сессияһы гәзиттең баш мөхәррирен раҫлағандыр)<ref>Решение IX сесси Ишимбайского городского Совета XXIII созыва от 24. 05. 2001 г.</ref>. Шулай итеп, 2001 йылдың 1 июленән «Торатау» башҡорт телендә айырым баҫма булып сыға. Гәзиттең тәүге баш мөхәррире - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы Йосопова.
 
"Восход"тың дубляжы булараҡ сыҡҡан йылдарҙа уҡ әле Миңлехаят Мөхәмәтсәғит ҡыҙы баш мөхәррирҙең дубляж буйынса урынбаҫары була, шуға ла яңы баҫмаға етәксене һайлаған саҡта һорау тыумай. Уңыштың ярты өлөшө яҡшы етәксенән, ойоштора белеүҙән тора икәнлеге билдәле. Тырыш мөхәррир үҙ командаһына тел оҫталарын йыйып районда берҙән-бер башҡорт телендә сыҡҡан яңы баҫманың тарихын дауам итә. Штатҡа 15 кеше алына. Улар араһында Башҡортостан Республикаһы матбуғатының атҡаҙанған эшмәкәрҙәре Миңлехаят Йосопова, Гөлнур Дәүләтйәрова, Гүзәл Заһиҙуллина, билдәле драматург Мөҙәрис Багаев була. Бөгөн ул йылдарҙы журналистар йылмайыу менән иҫкә алһа ла, ҡыйынлыҡтар, кәртәләр күп булды, тип белдерә. Бер-бер артлы редакцияның штаты үҙгәреп тора. Төрлө йылдарҙа баҫманы үҙ мәҡәләләре менән Буранғол Ғалин, Камил Аҙнаев, Гүзәл Янбаева, Роза Хисамова, Рузиль Килембәтов тулыландыра. Тәүге йылдарҙа гәзит биттәрендә район тормошо сағыу-сы йылдар башында уҡсағыу яҡтыртыла, гәзит уҡыусыларҙың хаттарына ҙур иғтибар бүленә.
 
== Иҫкәрмәләр ==