Гуреев Сергей Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Гуре́ев Серге́й Никола́евич [[1918 йыл]]<nowiki/>дың  7 октябрендә  [[Мәләүез]] ҡасабаһында  (хәҙер Башҡортостандың Мәләүез ҡалаһы)  эшсе ғаиләһендә тыуған.
 
6 синыфты тамамлағас, [[1933 йыл|1933]] йылдандан [[1939 йыл]]<nowiki/>ға тиклем  Мәләүез машина-трактор станцияһында вулканизация яһаусы слесарь булып эшләй. 1943 йылдан  ВКП(б)/КПСС ағзаһы
 
Понтон отделениеһы командиры  ВКП(б) ағзаһына кандидат  [[өлкән сержант]] Н. С. Гуреев  1943 йылдың 12 октябрендә [[Украина]]<nowiki/>ның [[Черкассы өлкәһе]] Канев районы Козинцы һәм Зарубинцы ауылдары һәм Переяславль пристане районында Днепрҙы һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Паром начальнигы булараҡ, С.Н. Гуреев йылға аша  3-сө гвардия танк армияһы һәм 40-сы армия ғәскәрҙәрен сығара.  Паромды бушатыу ваҡытында дошмандың көслө артиллерия һәм миномет уты башлана. Өлкән сержант С.Н. Гуреев ут аҫтында тулыһынса һуғыш кәрәк-яраҡтарын бушата һәм, кисеүҙе дауам итеү өсөн, Днепрҙың һул ярына кире рейсҡа йүнәлә. Катер сафтан сыҡҡас, С.Н. Гуреев паромды ҡул көсө менән сығара.
 
 СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 10 ғинуарындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ  ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн өлкән сержант  Гуреев Сергей Николаевичҡа [[Ленин ордены]] һәм [[«Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР)| «Алтын Йондоҙ» миҙалы]] (№ 2478) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә .
 
[[1945 йыл|1945]] йылдада С.Н. Гуреев  Киев үҙйөрөшлө артиллерия училищеһын, [[1947 йыл|1947]] йылдада   офицерҙар составын камиллаштырыу курстарын тамамлай.  [[1950 йыл|1950]] йылдан  [[лейтенант]] Гуреев С. Н. —  запаста.
 
Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Киев ҡалаһында «Маяк» заводында өлкән инженер булып эшләй.