Ковалёв Николай Григорьевич — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
[[1950]]—[[1952 йыл]]дарҙа СССР авиация сәнәғәте министрлығы академияһында уҡый. Һуңынан № 161 [[Өфө]] заводына баш механик итеп тәғәйенләнә. [[1954 йыл]]да [[Өфө|Өфө приборҙар эшләү заводы]]на директор итеп раҫлана.
 
Н, Г. Ковалев етәкселеге аҫтында Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе етештереү ҡоралдары менән яҡшы йыһазландырылған эре предприятие булып үҫешә, авиация һәм космос техникаһы өсөн яңы заманса электрон хисаплау изделиелары сығара. һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966—1970) планын ваҡытынан алда үтәү өсөн Николай Григорьевич заводта ҙур ойоштороу эштәре алып бара, заводта 37 яңы изделиелар үҙләштерелә, производствоға яңы техника һәм фән ҡаҙаныштары индерелә, алдынғы етештереү алымдары ҡулланыла. Завод коллективы биш йыллыҡ планды ваҡытынан алда — [[1970 йыл]]дың [[11 декабре]]нәдекабренә үтәп сыға, продукция сығарыу күләме 2,2 тапҡырға арттырыла. Биш йыллыҡтың хеҙмәт етештереүсәнлеге [[1965 йыл]] менән сағыштырғанда 66 процентҡа, тауар продукцияһының үҙҡиммәте 16,5 процентҡа кәмей.
 
Н. Г. Ковалёв етәкселегендә 14 цех фән ҡушыуына ярашлы реконструкциялана һәм йыһазландырыла.
* [[Ленин ордены]] ([[1971]]), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены]] ([[1966]]), миҙалдар менән бүләкләнгән.
* [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре ([[1966]]). Почётлы авиатөҙөүсе (1997). «Авиация приборҙары төҙөү милли ассоциацияһының» Алтын «Почет Билдәһе» лауреаты (1997).
* [[2001 йыл]]дың майында Николай Григорьевич Ковалевҡа «[[Өфө ҡалаһы|Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы]]» исеме бирелә<ref>[http://gorsovet-ufa.ru/pochet/?ELEMENT_ID=7272 Ковалев Николай Григорьевич]</ref>.
 
== Әҙәбиәт ==