Ковалёв Николай Григорьевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Ковалёв, Николай Григорьевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

05:36, 4 декабрь 2018 өлгөһө

Ковалев Николай Григорьевич (1 май, 1921 йыл — 3 май, 2002 йыл) — Өфө приборҙар эшләү заводы директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Почетлы авиатөҙөүсе (1997). Алтын «Почет Билдәһе» лауреаты һәм авиаприборҙар төҙөү Милли ассоциацияһы (1997). Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (2001).

Ковалев Николай Григорьевич
Файл:KovalevNG.jpg
Дата рождения

1 майҙа 1921(1921-05-01)

Тыуған урыны

Выселки хутор,

Шахтинский районы,

Ростов өлкәһе

Дата смерти

3 май 2002(2002-05-03) (81 йәш)

Үлгән урыны

ҡала Өфө, Рәсәй

Гражданлығын

 СССР  Россия

Награда һәм премиялары

Биографияһы

Ковалев Николай Григорьевич[1], 1921 йылдың 1 майында Ростов өлкәһе Шахта районы Выселки утарында тыуа. Юғары белемле.

Мәктәпте тамамлағандан һуң, Николай Григорьевич 1939 йылда  НовочеркассктағыДон политехник институтына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эвакуациялана. 1941 йылдың авгусынан алып Әстерхан, Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаларында № 72 Айырым төҙөлөш-монтаж участкаһында прораб булып эшләй.

1946 йылда С. Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай. 1952 йылда — СССР авиация сәнәғәте академияһын тамамлай. Институтты тамамлағас, Өфө заводы № 161 баш механик бүлегенә инженер-конструктор итеп йүнәлтелә, аҙаҡ —  проект-конструкторлыҡ бюроһы начальнигы урынбаҫары, йыйыу цехы начальнигы була.

1950-1952 йылдарҙа СССР авиация сәнәғәте министрлығы академияһында уҡый. Һуңынан № 161 Өфө заводына баш механик итеп тәғәйенләнә.1954 йылда Өфө приборҙар эшләү заводында директор итеп раҫлана.

Н, Г. Ковалев етәкселеге аҫтында. Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе етештереү ҡоралдары менән яҡшы йыһазландырылған эре предприятие булып үҫешә,  авиация һәм космос техникаһы өсөн яңы заманса электрон хисаплау изделиелар сығара. Завод коллективы планды үтәү буйынса алда ҙур эштәр ойоштороу мобилизация үткәреү өсөн һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966-1970) планын ваҡытынан алда үтәү өсөн Николай Григорьевич заводта ҙур ойоштороу эштәре алып бара, заводта 37 яңы изделиелар үҙләштерелә,  производствоға яңы техника һәм фән ҡаҙаныштары индерелә, алдынғы етештереү алымдары ҡулланыла. Завод коллективы биш йыллыҡ планды ваҡытынан алда — 1970 йылдың 11 декабренә үтәп сыға, продукция сығарыу күләме 2,2 тапҡырға арттырыла.Биш йыллыҡтың хеҙмәт етештереүсәнлеге 1965 йыл менән сағыштырғанда 66 процентҡа, тауар продукцияһының үҙҡиммәте 16,5 процентҡа кәмей.

Н. Г. Ковалёв етәкселегендә 14 цех фән ҡушыуына ярашлы реконструкциялана һәм йыһазландырыла. 

1966-1970 йылдарҙағы биш йыллыҡ планды үтәүҙә күрһәткән ҙур ҡаҙаныштары өсөндың 1971 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Н. Г. Ковалевҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1974 йылдың апрелендә уны СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат производствоһы баш конструкторы урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1977. Н. Г. Ковалевты Ленинградҡа эшкә күсерәләр. 1988 йылдан алып ул Ленинградтың «Электроавтоматика» фәнни-етештереү берекмәһенең фәнни-тикшеренеү бүлексәһендә генераль директор урынбаҫары, бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләй.

2002 йылдың 3 майында вафат була.

2015 йылдың 27 ноябрендә Өфө ҡала советы депутаттары Николай Ковалев исемен мәңгеләштереү өсөн ҡаланың бер урамына һәм скверына  уның исемен биреү тураһындағы ҡарар ҡабул итәӨҙөмтә хатаһы: <ref> асыу тамғаһы дөрөҫ түгел йәки мәғәнәһеҙ исем йөрөтә..

Наградалары

  • Герой Социалистического Труда (1971).
  • Ленин ордены (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены (1966), миҙалдар менән бүләкләнгән.
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1966). Почётлы авиатөҙөүсе (1997). «Авиация приборҙары төҙөү милли ассоциацияһының » Алтын «Почет Билдәһе» лауреаты (1997).
  • 2001 йылдың майында Николай Григорьевич Ковалевҡа "Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы" исеме бирелә.[2]

Әҙәбиәт

  • Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Иҫкәрмә

  1. КОВАЛЕВ Николай. Дата обращения: 6 апрель 2013. Архивировано 19 апрель 2013 года.
  2. Ковалев Николай Григорьевич

Һылтанмалар