Шәмсетдин Зәки: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
26 юл:
Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы [[1822]] йылда [[Ырымбур губернаһы]] [[Ырымбур өйәҙе]] 10-сы Башҡорт кантоныны [[Бөрйән]] улусының (хәҙерге [[Башҡортостан]]дың [[Көйөргәҙе районы]]) [[Зәк-Ишмәт|Иҙәк]] утарында мулла ғаиләһендә тыуған.
 
Ул тыумыштан һуҡыр була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса бала саҡта һуҡырая). [[Балыҡлы ауылы мәҙрәсәһе]]ндә, [[Ҡазан]]дағы Мөхәмәткәрим мәҙрәсәһендә белем ала.
 
Ауылдашы З. Мөхәмәтрәхими теркәүенсә<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=781 Зәйтүнә ШӘРИПОВА,филология фәндәре докторы, БДУ профессоры.]</ref>, «ун өс йәшлек малай мәҙрәсәлә ҡыш сыҡҡансы, башҡаларға эйәреп һәм бары ишетеү буйынса, сарыф менән нәхеү дәрестәрен, фарсы телен үҙләштерә. Икенсе йылға ул ХIII быуаттың данлыҡлы фарсы шағирҙары — суфый Ф. Ғаттарҙың айырым әҫәрҙәрен, [[Сәғди Ширази]]ҙың атаҡлы «Бостан», «Гөлбостан» китаптарын яттан уҡый, шулар өлгөһөндә ижади илһам тоҡана үҫмер йөрәгендә».