Масьянов Иван Иванович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Масьянов Иван Иванович 1907 йылдың 12 мартында [[Силәбе өлкәһе]] Урал районының Краснин ҡасабаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
 
Урыҫ. [[1946 йыл]]<nowiki/>дан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.   4 синыфты тамамлаған. Кулакта ялланып эшләгән, [[Тирлән]] урман хужалығында балта оҫтаһы булған.
 
[[1927]]—1929 йылдарҙа [[Ҡыҙыл Армия]] кавалерия часендә хеҙмәт итә.
 
Хеҙмәтен үткәндән һуң, [[1929]]—1931 йылдарҙа Силәбе трактор заводында ағас бысыу цехында моделдәр яһаусы булып эшләй.  1931—1933 йылдарҙа – [[Башҡортостан]]<nowiki/>дың [[Белорет районы]] [[Байрамғол]] совхозында десятник-төҙөүсе, ә  артабанғы йылдарҙа - [[Верхнеурал]]  ҡалаһында кейеҙ баҫыу заводында, Башҡортостандың Тирлән ҡалай прокатлау заводының  бысыу цехында моделдәр яһаусы булып эшләй. 
 
Башҡорт АССР Белорет район хәрби комиссариаты тарафынан [[1942 йыл]]<nowiki/>дың ғинуарында ҡабаттан Ҡыҙыл армияға  саҡырыла. 1942 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтында. [[Сталинград]] эргәһендәге һуғышта ҡатнаша, ауыр йәрәхәт ала. Госпиталдән сыҡҡас, Дала фронтына  ебәрелә.
 
[[1945 йылдыңйыл]]дың июнендә  гвардия старшинаһы. И. И. Масьянов  инвалидлыҡ буйынса Ҡыҙыл Армия сафынан сығарыла. Верхнеурал ҡалаһында һуҡырҙар йәмғиәтендә балта оҫтаһы булып эшләй, Белорет урман пунктының ағас бысыу цехында  столяр була.  Белорет районының район үҙәгендә – Белорет ҡалаһында йәшәгән. 
 
1969 йылдың 3 мартында вафат була. Башҡортостандың Белорет районы Тирлән ҡасабаһында ерләнгән<ref>{{warheroes|id=4256}}}</ref>.