Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
1 юл:
{{Ук}}
'''Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты''' (''СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты'') — [[СССР]]-ҙа һәм [[Рәсәй Федерацияһы]]нда рәсми [[ислам|мосолман]] ойошмаһы. Юғары органы – шура; етәксеһе булып шура рәйесе тора. [[Өфө]] ҡалаһында урынлашҡан.
 
== Тарихы ==
1788 йылда [[Ырымбур мосолман Диниә назараты]] булараҡ асыла. 1917 йылдан '''Эске Рәсәй һәм Себер Мосолман Үҙәк Диниә назараты''' тип үҙгәртелә.
 
1948 йылдан '''СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назараты''' тип атала.
 
1936—1950 йылдарҙа Диниә назаратының рәйесе булып [[Рәсүлев Ғабдрахман|Ғабдрахман Рәсүлев]] тора.
 
1980 йылдан алып ойошманы [[Тажетдин Тәлғәт Сафа улы|Тәлғәт Тажетдин]] етәкләп килә. [[1992]] ноябрендә [[мосолман]]дарҙың VI-сы ғәҙәттән тыш шураһында ДУМЕС-тың исеме «[[Рәсәй]] һәм [[БДБ]]-ның [[Европа]] илдәре Үҙәк ДиниДиниә Идарылығыназараты» атамаһына үҙгәртелде; Тәлғәт Тажетдин [[Рәсәй]]ҙең баш мөфтөйө тип танылды.
Ул ваҡытта төбәктәрҙә әүҙем булған эре дин үҙәктәре (мөхтәсибәттәр) мосолман дини идаралыҡ ойошмаларына әүерелде; бынан һуң барлыҡҡа килгән яңы дини үҙәктәр ошо ойошмалар составына инде.
Хәҙерге ваҡытта Дини идаралыҡҡа 26 урындағы мөфтиәт ҡарай.
 
1992 йылдың авгусында [[Яр Саллы]]ла мәсет асылыу тантанаһында ислам рәсмиләре араһында ғауға ҡупты; бының һөҙөмтәһендә Дини идаралыҡтан [[Башҡортостан]] һәм [[Татарстан]] [[мосолман]] дини идаралыҡтары (ярашлы рәүештә Нурмөхәммәт Ниғмәтуллин һәм Ғабдулла Ғәлиүллин етәкселегендә) бүленеп сыҡты.
 
2000 йылдан Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты тип атала башлай.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==