Ся (династия) — версиялар араһындағы айырма

[[Файл:Longshan eggshell thin cup.jpg|thumb|left|200px|Луньшань мәҙәниәте һауыты]]
 
Ҡытай мифологик-тарихи традицияһына ярашлы, Ҡытай дәүләтселегенең нигеҙләүсеһе '''Һары Император''' — [[Хуан-ди]] була, ул беҙҙең эраға тиклем XXVII быуатта ҡатмарлы көрәштән һуң айырым ҡәбиләләрҙең юлбашсыларын үҙенә буйһондора һәм [[Кунлунь]] тауҙарында ([[Хуанхэ]] йылғаһы бассейынан көнбайышҡа табан) үҙ дәүләтен төҙөй.
 
Тыныслыҡ урынлаштырып, Хуан-ди илаһтарға ҡорбан килтерә, чиновник-идарасыларҙы тәғәйенләй һәм илдә тәүге ҡанундарҙы индерә. Хуан-диҙың 25 улы була, шуларҙың ун дүрте билдәле ҡытай ҡәбиләләренең башлап ебәреүселәре булып китә. Хуан-динан (б. э. т. 2698 — б. э. т. 2597) тәхет Шао-хаоға, һуңынан — Чжунь-сюйға, шунан Ди-Куға, артабан — Ди-чжиға һәм аҙаҡ Яоға күсә. Император Яо игелекле һәм аҡыллы хакимдың иң юғары миҫалы тиерлек була. Император Яо илде берләштерә һәм уны гармония хәленә еткерә, кешеләр араһында татыулыҡ урынлаштыра, тәртипте һәм йылды дөрөҫ хисаплауҙы күҙәтеү өсөн булдыҡлы ярҙамсыларҙы тәғәйенләй. Яо үҙенең вариҫы итеп игелекле Шунде (б. э. т. 2256 — б. э. т. 2205) һайлай. Император Шунь хакимлыҡ итеү осоронда ил 12 өлкәгә бүленә һәм бөтә урында ул индергән ҡанундар урынлаштырыла.
39 488

үҙгәртеү