Князев Иван Николаевич: өлгөләр араһындағы айырма

Бөйөк Ватан һуғышы яугиры
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Князев, Иван Николаевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

16:43, 26 ноябрь 2018 өлгөһө

Князев Иван Николаевич (12 июль 1924 йыл13 ноябрь, 1999 йыл) — совет хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Советтар Союзы Геройы, Воронеж фронтының 13-сө армияһы 8-се уҡсылар дивизияһы 310-сы уҡсылар полкының бронебойщигы, рядовой.

Биографияһы

Князев Иван Николаевич[1] 1924 йылдың 12 июлендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.

Башланғыс мәктәпте тамамлай. Өфөлә  арматурасы-бетонсы булып эшләй.

1942 йылда Башҡорт АССР-ы Кушнаренко районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

1943 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 310-сы уҡсылар полкының бронебойщигы (Воронеж фронтының 13-сө армияһы 8-се уҡсылар дивизияһы) рядовой Н. И. Князев 1943 йылдың 11 сентябренән 15 октябренә тиклем һуғышта Десна, Днепр һәм Припять йылғаларын һуғышып аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

Һуғыштан һуң, 1946 йылдың авгусында кесе лейтенант Н. И. Князев инвалидлыҡ буйынса Ҡораллы Көстәр сафына сығарыла. Ставрополь крайының Светлоград ҡалаһында йәшәй.

1999 йылдың 13 ноябрендә вафат була.

Батырлығы

«Украинаның Чернигов өлкәһе Коропский районы Оболонье ауылы янында Десна йылғаһы ярында плацдарм өсөн һуғышта дошман танкыһын, ә Белоруссияның Гомель өлкәһе Брагин районы Чикаловичи ауылы янында Днепрҙә — дошмандың ике бронетранспортерын емерә».

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрҙәге указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән алышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, ҡыҙылармеец Князев Иван Николаевичкә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7613) тапшырыла [2][3].

Наградалары

Ленин ордены, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар.

Галерея

Иҫкәрмәләр

  1. 12 июля родились... . Комментарии : LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников. Проверено 16 марта 2013.
  2. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 21, л. 484, 485).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 48, л. 9).

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.

Һылтанмалар

Князев Иван Николаевич. «Герои страны» сайты.