Тәре йөрөтөүселәр дәүләттәре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Государства крестоносцев" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

17:49, 25 ноябрь 2018 өлгөһө

Тәре йөрөтөүселәр дәүләте  Кесе Азияла һәм Палестинала—Тәре йөрөтөүселәр дәүләте, XI—XIII XI быуаттың аҙағында һәм XII быуаттың башында тәре йөрөтеүселәр менән ойошторолған бер нисә феодал дәүләттең дөйөм исеме. 1098 йылда   Торосты ҡолатҡандан һуң, христиан территорияһында барлыҡҡа килгән Эдесса графлығы беренсе була. XIII быуатта уларҙың территорияларын  мосолмандар ҡулға ала — һуңғы булып, 1291 йылда  Акра еңелгәндән һуң. кулға, Иерусалим батшалығы ҡолай.

Ближний восток в 1135 году, между первым и вторым крестовыми походами. Государства крестоносцев отмечены красными крестами.

Левант

Беренсе тәре йөрөтөүселәрҙең походы аҙагында,  Левант территорияһында тағы дүрт христиан дәүләт барлыҡҡа килә.

  • Эдессо графствоһы, 1098 йылда көнсығышта  тәре йөрөтөүселәрҙең беренсе нигеҙләнгән дәүләте.
  • Антиохийское княжество
  • Триполи графствоһы
  • Иерусалим батшалығы, 1291 йылда Акраның ҡолауына тиклем булған. Батшалыҡтың бойһоноуында бер нисә   вассал синьорийҙары була, шул иҫәптә уларҙың иң өлкәндәре :
    • Галилео кенәзлеге
    • Яффа һәм Аскалона графствоһы
    • Трансиордания — Крака, Монреаль һәм Сент-Авраама синьорияһы
    • Сидона синьорияһы

Бынан башҡа, ҡайһы бер  вакыт, Килийск батшалығы менән Лузиньяндар исемле дворян заты идара итә.

Кипр һәм Византия

 3-сө тәре йөрөтөүселәр походы  ваҡытында, король Ричард Арыҫлан Йөрәк яңылыш Кипрға эләгә. Урындағы идара итеүсе Исаак I, Ричардтан күрҡҡан, шуға Лимоссо алдында бариккада төҙөргә бойороҡ бирә. Унда ул үҙенең кәләшен таба, алдан ул ҡатын яңылыш бында килеп туҡтаған, уны Иссак әсир итә һәм Англия короленың уны ебәреү һорауына баш тарта. Баррикадалар,киприоттарҙың уҡтарынан йәшереп, Ричардтың атыусыларына ярҙам ғына иттеләр,  һәм Лимоссо икенсе көнөндә ҡолай. Ричард, айҙан әҙерәк ваҡыт үткәс, (6 май — 1 июнь 1191 года) барлыҡ утраүҙы кулға ала һәм һуңынан Иерусалим короленә Ги I- сегә 100 мең маркаға һата. Шулай итеп, Кипр дәүләте нигеҙләнә, уның менән 1489 йылға тиклем Иерусалимдың ҡыуып төшөрөлгән вариҫтары идар иткәндәр, бынан һуң, королева Катерина,  ике тиҫтә йыл үтраүҙы кушырға тырышаҡандан һуң Венеция Республикаһына васыят итеп ҡалдыра, .

4-се тәре йөрөтөүселәр походы ваҡытында Византия империяһын өлөштәр менән тәре йөрөтөүселәр кулға алалар, улар унда биш дәүләт нигеҙләгәндәр.

  • Латин империяһы
  • Фессалониктар короллеге
  • Афин герцогствоһы
  • Ахейск кенәзләге
  •  Негропонта сеньорияһы

Бынан башҡа, Эгей диңгеҙенең үтрауҙарында Венецияла йәшәгән кешеләр Архипелаг герцегствоһын нигеҙләйҙәр (йәки Наксос герцогствоһы).

Был дәүләттәр грек дәүләттәренең— Византия вариҫтарының һөжүмдәре менән осрашалар. Фессалониктар һәм Латин империяһы гректар менән 1261 йылда кире тартып алына.Был ерҙәр XV быуатта Осман иперияһы менән ҡулға алынғансы, тәре йөрөтөүселәрҙең вариҫтары Афиналарҙа һәм Пелопоннестарҙа идара итеүҙәрен дауам итәләр. 

Ер - ара диңгеҙе

Рухи-рыцарь госпитальерҙар ордены 1310 йылда  Родос утрауында һәм бер нисә икенсе Эгей утрауында нигеҙләнгән. 1522 йылда Мальтаға төрөк-ғосмандар менән ҡыуылған.

Пруссия

 
Замок Мариенбург — резиденция Великого магистра (гроссмейстера) Тевтонского ордена и столица орденского государства в Пруссии.

Иң оҙаҡ йәшәгән дәүләтте, тәре йөрөтөүселәр көнсығыш Европаһында төҙөйҙәр. 1217 йылда Рим папаһы Гонорий III язычниктар-прусстарға ҡаршы походҡа сыға, ә 1225 йылда Польша кенәзе Конрад Мазовецкий үҙе рыцарҙарҙы, улар тыныс булмаған күршеләр менән ярҙам итһендәр өсөн, Тевтон орденына саҡырған.   XIII быуат барышында орден прусстарҙың ерҙәрен генә түгел, әле генә союзник булған - поляктарҙың ерҙәрен дә тартып алған. Был территорияла католик теократик дәүләт барлыҡҡа килгән, алдан Мариенбург исемле баш ҡала менән (хәҙерге Мальборк Польшала), һуңынан—  Кёнигсбергта (хәҙерге — Калининград Рәсәйҙә).

XV быуатта ордендың бөлгөнлөгө башлана. 1410 йылда берләшәкән польша - литва ғәскәренән еңелеп ҡала. Ниһәйәт, бер нисә еңелеүҙәрҙән һуң, 1525 йылдың 8 апрелендә  тевтон орденының һуңғы гроссмейстеры орден дәүләтенең ликвидацияһы тураһында  һәм уның территорияһында, Польшаға бойондоролған Пруссия герцогствоһын төҙөү тураһында акт яҙа. 

Шулай уҡ ҡара

  • Иерусалим кораллегы
  • Антиох кенәзлеге
  • Эдесс графствоһы
  • Триполи графствоһы
  • Кипр короллеге
  • Латин империяһы
  • Ахей кенәзлеге
  •  Афин герцогствоһы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт