Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Персона |имя = Сәлихов Ғарифулла Мөхәмәт улы |изображение = |ширина = |описани…" исемле яңы бит булдырылған
 
44 юл:
* VI өлөш — Саҡалиб ибн Йафес тураһында — Саҡалиба өлкәһенең боронғо сиктәре тураһында, Мәсүди һәм әл-Бәкри әҫәрҙәре буйынса килтерелгән «саҡалиба» уртаҡ атамаһына кергән 10 төркөмдән торған ҡәбиләләр тураһында{{sfn|Описание тюркских рукописей Института народов Азии|1965|страницы=79-80}}.
 
Ошо уҡ әҫәрҙең 1-се бүлегенең V өлөшөнөң башҡа варианты һаҡланған. Ул инеш һүҙҙән һәм ике бәләкәй өлөштәрҙән тора: эске Болғар тураһында һәм тышҡы Болғар тураһында. Инеш һүҙҙә автор V өлөштә артабанғы мәсьәләләр ҡаралыуын билдәләп үтә: Болғар ҡалаһының ҡайҙа урынлашыуы, бындай исемле күпме ҡала булыуы һәм ниндәй сит ил ғалимдары Болғар ҡалаһына килеүе һәм үҙ сәйәхәтнамәләрен ҡалдырыуы тураһында; урындағы — Болғар, Сувар, Ҡазан ғалимдары эшмәкәрлеге тураһында; [[Волга буйы Болғары|Болғар илен]] «бурғур» һәм «бурғуҙ»тип атаған ғалимдарҙың хеҙмәттәре тураһында (әҫәрҙә был ғалимдар тураһында мәғлүмәттәр бирелмәгән){{sfn|Описание тюркских рукописей Института народов Азии|1965|страницы=81}}. Бүлектә VI быуаттан XIII быуатҡа тиклем [[Волга буйы Болғары]]нда йәшәгән 31 шәйех, ғалим һәм шағирҙың исемдәре атап үтелә{{sfn|Описание тюркских рукописей Института народов Азии|1965|страницы=82}}, улар араһында иң билдәлеләре — тарихсы [[Яҡуп бинибн Ноғман әл-Болғари]], медицина һәм риторика буйынса хеҙмәттәр авторы Борханетдин Ибраһим бин Йософ Болғари һәм шағир [[Ҡол Ғәли]]<ref>История литературы Урала. Конец XIV—XVIII в. — С. 80.</ref>.
 
«Хуласат ал-ахбар фи тарих-и бургур, бургуз вә булгар» («Бурғур, бурғуҙ һәм болғар тарихы буйынса төп хәбәрҙәр»; 1908) әҫәре автор буйынса инеш һүҙҙән, биш бүлектән һәм йомғаҡлауҙан торорға тейеш була. Инеш һүҙ ике өлөштән торған: 1) фән булараҡ тарих тураһында, аралашҡан һәм ярҙамсы фәндәр тураһында (археология, лингвистика һәм башҡалар); ваҡытты хисаплау тураһында, хронология тураһында, [[уйғырҙар]]ҙа, [[ғәрәптәр]]ҙә, [[төрөктәр]]ҙә, [[христиан дине]]н тотҡан халыҡтарҙа йыл хисаплау системалары тураһында, дүрт календар системаларының сағыштырма таблицалары; география һәм космография тураһында — ер шары, ҡитғалар, Искәндәр Зөлҡәрнәй яуҙары тасуирламаһы, ерҙең ҡыҙыҡлы урындары тураһында; 2) төрки ҡәбиләләренең бүленеше һәм урынлашыуы тураһында. I бүлек — Болғар (Бургар, Бургуз) тураһында; II бүлек — [[Хазар ҡағанлығы|Хазария]] тураһында; III бүлек — бәләкәй буйһонған (вассал) батшалыҡтар тураһында; IV бүлек — [[Сыңғыҙхан]]дың Монголияһы (Татария) тураһында; V бүлек — Урыҫ дәүләте тураһында. Йомғаҡлау — Йаджудж һәм Маджудж ҡәбиләләре тураһында. Шуларҙан һүҙ башы һәм инеш һүҙҙең 1-се өлөшө һаҡланған. Шулай уҡ был әҫәрҙең «(Инеш һүҙ) бурғур, бурғыҙ һәм болғар тарихы буйынса төп хәбәрҙәр, 1-се бүлек, 1-се киҫәк» тип исемләнгән 1908 йылда яҙылған ҡыҫҡа варианты һаҡланып ҡалған, ул инеш һүҙән һәм артабанғы өлөштәрҙән тора: ваҡытты хисаплау тураһында; география — [[Европа]], [[Америка]] һәм [[Азия]] ҡитғалары тасуирламаһы, Йаджудж һәм Маджудж ҡәбиләләре тасуирламаһы, йылғалар, тауҙар, диңгеҙҙәр, шулай уҡ илдәр һәм өлкәләр тасуирламаһы, ер шарының һәм ете климаттың тасуирламаһы{{sfn|Описание тюркских рукописей Института народов Азии|1965|страницы=76-77}}.