Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
2 юл:
{{Фамилиялаш|Рәмиев}}
 
'''Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы''', ''әҙәби псевдонимы'' '''ДәрдемәндДәрдмәнд''' ([[23 ноябрь]] [[1859 йыл]] — [[9 октябрь]] [[1921 йыл]]) — шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. [[Рәсәй империяһы]]ның 1‑се Дәүләт думаһына [[Ырымбур губернаһы]]нан депутат (1906). «Ваҡыт» гәзитен һәм «Шура» журналын ойоштороусы. Алтын приискыһы хужаһы. Рәмиевтәр нәҫеленән.
 
== Биографияһы ==
11 юл:
Төркиәлә уҡып ҡайтҡандан һуң Закир Рәмиев тыуған иленә ҡайта һәм күпмелер ваҡыт [[Орск]]иҙа йәшәй. Бында ул сауҙа менән шөғөлләнә, йәйҙәрен алтын приискыһында үткәрә, Төркиәнән ҡайтҡандың икенсе йылына сауҙагәр Бурнаевтың ҡыҙы Мәхүпъямалға өйләнә. Уларҙың һигеҙ балалары тыуа.
 
Ҡыштарын Закир Рәмиев ғаиләһе менән бергә [[Ырымбур]]ҙа йәшәй, ижади һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Уның өйөндә татар интеллигенцияһының алдынғы вәкилдәре йыйыла. Ул күп уҡый, [[Европа]] буйлап сәйәхәт ҡыла, шиғри әҫәрҙәр ижад итә. ДәрдемәндДәрдмәнд — һағыш шағиры.
 
Закир йәмәғәт тормошонда әүҙем кеше була — бер нисә тапҡыр Ырымбур ҡала думаһына һайлана, [[1906 йыл]]да уны I Дәүләт думаһына депутат итеп һайлайҙар. [[1917 йыл]]дың июлендә [[Ҡазан]]да [[Бөтә Рәсәй мосолман ҡоролтайы]] эшендә ҡатнаша. Ноябрь аҙағында Ырымбурҙа үткәрелгән Дөйөм башҡорт ҡоролтайы Башҡорт республикаһын ойоштороу тураһында иғлан итә. Республика иң элек үҙ территорияһындағы бөтә ер аҫты һәм ер өҫтө байлыҡтарын, шул иҫәптән РәмиевтарҙыңРәмиевтәрҙең приискыларын да, дәүләт милке итеп иғлан итә.
 
[[1918 йыл]]дың [[23 ғинуар]]ында Ырымбурҙа бөтә власть большевиктар ҡулына күсә. «Ваҡыт» һәм «Шура» сығыуҙан туҡтай. Шәхси типографияһын эшсе, крәҫтиән һәм һалдат депутаттары Советына тапшырып, 59 йәшлек Закир Рәмиев Ырымбурҙағы йортон, милкен, бай китапханаһын ҡалдырып, ғаиләһе менән Орскиға күсенә.