Рәмиев Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Биографияһы: күренеште төҙәтеү
5 юл:
 
== Биографияһы ==
Рәмиев Мөхәмматзакир Мөхәммәтсаҙиҡ улы Рәмиев 1859 йылдың 23 ноябрендә [[Ырымбур губернаһы]] [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]]нең (хәҙер [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Мәләүез районы]]) [[Ергән]] ауылында тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтсаҙиҡ [[1862 йыл]]да Ырымбур губернаһында һабын ҡайнатыу заводы һатып ала, ә ете йылдан һуң алтын табыу буйынса беренсе приискыһын аса. Уның улдары Мөхәммәтзакир менән Мөхәммәтшакир аталарының эшен киңәйтә һәм [[XX быуат]] башына хәҙерге [[Башҡортостан]] һәм [[Силәбе өлкәһе]] территорияһында ҙур табыш килтергән егерме алтын приискыһы ойоштора.
 
Закир менән Шакирҙы татар теленә лә, рус теленә лә әсәһе өйрәтә. Һуңынан улар башланғыс мосолман мәктәбендә, унан һуң ике ҡыш Орск ҡалаһында, ата-әсә йортонан 70 саҡрым алыҫлыҡтағы Муллаҡай ауылындағы мәҙрәсәлә уҡыйҙар. Шунан Закир ике йылға [[Төркиә]]гә китә. Истанбулда уҡый, төрөк телен һәм әҙәбиәтен, башҡа предметтарҙы өйрәнә.