18 ноябрь: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
35 юл:
* [[Вәлиев Хәниф Фәйез улы]] (18.11.1927—18.11.1991), [[ауыл хужалығы]] хеҙмәткәре, 1961—1991 йылдарҙа [[Дүртөйлө районы]]ның БАССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге колхозы рәйесе, [[Башҡорт АССР-ы]]ның атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1987). [[Ленин ордены|Ленин]] (1976), [[Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ]] (1971) һәм [[Халыҡтар Дуҫлығы ордены|Халыҡтар Дуҫлығы]] (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге [[Башҡортостан Республикаһы]] Дүртөйлө районының [[Иванай]] ауылынан.
* [[Галышева Юлия Порфирьевна]] (18.11.1947), китапханасы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы [[Фёдоровка районы]]ның [[Фёдоровка (Фёдоровка районы)]] ауылынан.
* [[Лузина Ирина Александровна]] (18.11.1947 — 02.11.2001), иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре доктры (2000). Сығышы менән Молдавия ССР‑ының Чимишлия ауылынынан, Өфөлә вафат булған.
* [[Хәсәнов Ғәлийән Зәкир улы]] (18.11.1947), [[дәүләт]] эшмәкәре, [[журналистика|журналист]], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. [[Зәйнәб Биишева исемендәге премия]] лауреаты (2014). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы [[Күгәрсен районы]]ның [[Сапыҡ]] ауылынан.
}}</onlyinclude>
«https://ba.wikipedia.org/wiki/18_ноябрь» битенән алынған