Ҡалып:Ағымдағы һайланған мәҡәлә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
fälsäfä
ә yäyä
1 юл:
[[Файл:Kant (Hagemann).JPG|80px|безрамки|справа]]
'''Иммануи́л Кант''' ([[22 апрель]] [[1724]] — [[12 февраль]] [[1804]]) — [[фәлсәфә|фәйләсүф]], [[Германия|немец]] классик ([[Мәғрифәтлек дәүере]] һәм [[Романтизм]] осоро) [[фәлсәфә]]һенә нигеҙ һалыусы.
 
1724 йылда Кёнигсбергта (Пруссия) эйәр эшләүсе ғаиләһендә тыуған. Исеме изге Иммануил хөрмәтенә бирелгән. Теология докторы Франц Альберт Шульц ҡурсылығында һәләтле баланы «Фридрихс-Коллегиум» тигән абруйлы гимназияға урынлаштыралар, 1740 йылда Кёнигсберг университетына уҡырға инә. Атаһы үлеү сәбәпле уҡыуын тамамлай алмай, 10 йыл өйҙәргә йөрөп балалар уҡыта. Тап шул осорҙа 1747—1755 йылдар үҙенең космогоник гипотезаһын баҫтырып сығара, ул Ҡояш системаһы башланғыс томанлыҡтан барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Был фекер әлегәсә йәшәп килә.