Савоненко Нина Иосифовна: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Биографияһы ==
1921 йылдың 12 апрелендә[[ Башҡортостан Республикаһы]]<nowiki/> ның [[ Өфө]] ҡалаһында тыуған.
 
[[1942 йыл]]<nowiki/>да  [[Башҡортостан медицина институты]]<nowiki/>ның дауалау факультетын тамамлай.  Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1942 йылда Ленинград өлкәһе Тихвин инфекция дауаханаһында ординатор булып башлай.  1943—1944 йылдарҙа Тихвин ҡалаһының район  санитар-эпидемиологик станцияһы башлығы булып эшләй. 
 
1944 йылда ҡала һәм Гатчина районы  немец илбаҫарҙарынан  азат ителгәндән һуң,  Гатчина район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире итеп ебәрелә.   1946—1947 йылдарҙа  — ҡала эпидемиологы, Гатчина ҡала һаулыҡ һаҡлау  бүлеге инспекторы. [[1948 йылдайыл]]да Ленинград дәүләт педиатрия институтында педиатрия буйынса  курстар тамамлай. Гатчина ҡалаһының 2-се һанлы балалар яслеһендә мөдир булып эшләй.  [[1948]]—[[1957 йыл]]<nowiki/>дарҙа  — Гатчина   балалар поликлиникаһында табип-педиатр. 1957 йылдан — Гатчина үҙәк район дауаханаһында фтизиопедиатр. [[1959 йыл]]<nowiki/>дан КПСС ағзаһы.
 
Балаларҙың һаулығын һаҡлау буйынса эште ойоштороуҙа ҙур тәжрибәгә эйә булып, Н.И. Савоненко төп һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренең  береһен хәл итеүгә  — киң таралған ауырыу булараҡ туберкулезды бөтөрөүҙә, башлыса Гатчина районы буйынса, ҙур өлөш индерә. Балалар араһында туберкулез буйынса бөтә профилактик саралар туранан-тура уның әүҙем ҡатнашлығында үтә, был Гатчина районында ла, шулай уҡ Ленинград өлкәһендә лә балалар араһында туберкулез менән ауырыусыларҙың йәки  зарарланыусыларҙың ҡырҡа кәмеүенә булышлыҡ итә.  Туберкулез менән ауырыусы балалар һаны Гатчина районында алты йыл эсендә  75 процентҡа кәмей.  1968 йылда туберкулез менән ауырыусы  2 бала ғына теркәлә, ул киң таралған ауырыу булараҡ районда бөтөрөлә.  
 
СССР Юғары Советы Президиумының[[ 1969 йыл]]<nowiki/>дың 4 февралендәге указы менән совет халҡының  һаулығын һаҡлау өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн  Савоненко  Нина Иосифовнаға [[Ленин ордены]] менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.   
 
[[1976 йылдайыл]]да пенсияға киткәнгә тиклем Гатчина үҙәк район дауаханаһында  туберкулез диспансерының балалар консультацияһы фтизиопедиатры булып эшләй.   Өлкә һәм ҡала халыҡ депутаттары Советының  депутаты, КПСС-тың Гатчина ҡала комитеты ағзаһы булып һайлана. 
 
Ленинград өлкәһенең Гатчина ҡалаһында йәшәгән. 1996 йылдың февралендә вафат булған.