Павлов Фёдор Максимович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
9 юл:
1927—1929 йылдарҙа [[Ҡыҙыл Армия]] сафында  хәрби хеҙмәтен үтәй. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1930 йылда Башҡорт АССР-ы [[Мораҡ]] улус башҡарма комитеты ҡарамағында сәйәси-ағартыу эше буйынса комитет рәйесе булып башлай.  1931—1934 йылдарҙа «Ураҡ һәм сүкеш» коммунаһы рәйесе, Күгәрсен районы Мораҡ ит совхозының ферма мөдире булып эшләй.
 
[[1935 йылдыңйыл]]дың апрель айында машина-трактор станцияһы  һәм совхоз директорҙары әҙерләү буйынса [[Ленинград]] курс комбинатында уҡыуын тамамлағандан һуң Башҡорт АССР-ы [[Дәүләкән районы]] [[Асылыкүл]] машина-трактор станцияһына директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 1938 йылдың ғинуарында Башҡорт колхоз ауыл хужалығы техникумына уҡырға ебәрелә. 1940 йылдың февраль айынан Дәүләкән машина-трактор станцияһында директор булып эшләй.  
 
Ф. М. Павлов етәкселеге аҫтында машина-трактор станцияһы колхоздарҙы нығытыу, үлән сәсеү баҫыусылығында сәсеү әйләнешен үҙләштереү һәм индереү, игенселек культураһын үҫтереү, ауыл хужалығы культураларының уңышын арттырыу һәм йәмәғәт колхоз малсылығының етештереүсәнлеген күтәреү буйынса ҙур ойоштороу-хужалыҡ эштәре алып бара. Машина-трактор станцияһы колхоздар менән килешеү йөкләмәләрен ваҡытында башҡара.  Мәҫәлән, 1946 йылда һәр шартлы трактор тарафынан 649 гектар ер эшкәртелә, был уртаса республика эшләү күләменән 2,5 тапҡырға күберәк була. 1947 йылда һәр трактор инде 791 гектар ер эшкәртә. МТС зонаһы тракторҙары пландан тыш 21 процентҡа һәм 1946 йылға ҡарағанда 60 процентҡа күберәк уңыш ала. Һәр тракторға  республика машина-трактор станциялары буйынса 6,4 процентҡа юғарыраҡ әйберләтә түләү тапшырыла. Эшкәртеү күләме, һәр тракторға әйберләтә түләү планын үтәү  һәм хеҙмәтләндергән колхоздарҙың уңышы буйынса Дәүләкән машина -трактор станцияһы  1947 йылда  республика буйынса I урынды биләй һәм ил буйынса алдынғылар исемлегенә инә.
19 юл:
1965 йылда  Федор Максимович пенсияға китә.
 
Павлов Фёдор Максимович [[1996 йылдыңйыл]]дың 12 мартында вафат була.
 
== Бүләктәре ==