Тай теле: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
22 юл:
Телде өйрәнгәндә ярҙам рәүешендә шуны иҫтә тотор кәрәк: ғәҙәттә, һәр тартынҡы тай һүҙе менән күҙаллана, улар йә ошо уҡ өндән башлана, йә һүҙҙә ошо өн бар. Мәҫәлән, ข хәреф атамаһы — «''kho khai''» (ข ไข่), «''kho''» — өн, уға, һәм «''khai''» (ไข่) — ошо уҡ өндән башлана һәм «йомортҡа» һүҙен белдерә.
 
Ике тартынҡы («''kho khuat''» һәм «''kho khon''») тай телендә ҡулланылыштан төшөп ҡалдырылған. Имеш-мимештәргә ярашлы, 1892 йылда Эдвин Хантер Макфарланд беренсе тай баҫма машинкаһын уйлап тапҡас, ул машинкала бөтә хәрефтәргә лә урын етмәй, шунлыҡтан тап бына ошо ике хәрефте төшөрөп ҡалдырырға ҡарар итәләр<ref />.{{cite web
| url = http://www.talkingmachine.org/smithpremierorigin.html
| title = The origins of the Thai typewriter
| accessdate = 2008-02-20
| deadlink = 404
| archiveurl = https://web.archive.org/20020629074056/www.talkingmachine.org/smithpremierorigin.html
| archivedate= 2002-06-29
}}</ref>.
 
Түбәндәге таблицала латиница яҙмаһының эквиваленттары күрһәтелә. Тартынҡыларҙың күбеһе ижек башында һәм аҙағында төрлөсә әйтелә. Колонкаларҙа бындай тартынҡыларҙың ижектәге тотҡан урынына ҡарап, уларҙың инициаль һәм финал мәғәнәләре килтерелә. Тартынҡылар бәйләнешен яҙма ижек тамамлаһа, ул саҡта беренсеһе генә әйтелә;  ижек аҙағында урын алыуы ихтимал булған тартынҡы өндәре — [k], [м], [н], [ng], [п] һәм [t].
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Тай_теле» битенән алынған