Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы''' (24 октябрь 1966) — яҙыусы. Башҡортостан Респ…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

15:44, 7 ноябрь 2018 өлгөһө

Ҡаҙаҡбаева Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы (24 октябрь 1966) — яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (). «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006). Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы (2012)[1].

Биографияһы

Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы Ҡаҙаҡбаева 1966 йылдың 24 октябрҙә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Балалар баҡсаһында - тәрбиәсе, Шишмә һәм Йылайыр райондарында уҡытыусы булып эшләй. Хәҙерге көндә «Ауыл уттары» Йылайыр район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире. Уның хикәйәләре һәм повестары 1996 йылдан район һәм республика матбуғатта баҫылып сыға. Беренсе китабы — «Сиселмәгән сер» — 2004 йылда нәшер ителә. Яҙыусы үҙенең әҫәрҙәрендә мәңгелек темаларҙы, мөхәббәт һәм нәфрәт, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, йәшәү һәм үлем проблемаларын аса, кеше арһындағы ҡатмарлы мөнәсәбәттәр тураһында һөйләй.

«Ғаиләһендә биш балаға ғүмер бүләк итеүсе әсәй, һөйгән йәренә ҡәҙерле ҡатын, ҡәйнәһенә егәрле килен, туғандары өсөн өҙөлөп торған һөйөклө зат, уҡыусылары йөрәгенә изгелек сәсеүсе уҡытыусы, ижад ҡомарын сайпылтмай гәлсәр күңелендә һаҡлаусы яҙыусы ул – Зөлфирә Йәғәфәр ҡыҙы».

Төп әҫәрҙәре

  • Сиселмәгән сер ( Неразгаданная тайна).Өфө,2004;
  • Хыялға илтер һуҡмаҡ (Тропа счастья).Өфө,2011;
  • Тормош дауам итә (Жизнь продолжается).//Башҡортостан.- 2011.- 12 июль;
  • Мәрхәмәтле булһын яҙмыш.(Судьба благосклонна).Өфө,2016.

Маҡтауҡлы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы ().
  • «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән (2006).

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.bashinform.ru/news/520022-v-soyuze-pisateley-bashkortostana-popolnenie/В Союзе писателей Башкортостана – пополнение

Сығанаҡтар