Википедия:Топонимдар буйынса фекерләшеү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
31 юл:
[[Малаяҙ]] ауылы, мәҫәлән, Малояз тип яҙылырға тейеш түгел дә инде. Урыҫтың "малый" һүҙенән сығып ҡына хәл иткәндәр ҙә ҡуйғандары күренеп тора. Ауырғазы районындағы Сәмән ауылын Семенкино тип хатта Википедияға ла яҙып ҡуйылғайны. Бынамын тигән башҡорт ороним, гидроним, ойконимдарын ғибрәт итеп үҙгәрткәндәр. Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы Көҫкәнде йылғаһын (Салауат Юлаевтың тыуған ауылынан аҡҡан йылға) Усть-Канда тип яҙып аптыраталар ине. Ризуан Хажиев, йәмәғәтселек ярҙамы менән, матбуғатта бәхәс ойоштороп, был йылғаны Кусканды тип яҙҙырыуға өлгәште. Төйәләҫ тигән шиғри атаманы ла тиргәшеү кеүек яңғырашлы үҙгәртеүҙән һаҡлап ҡалыу тарихын беләһегеҙ инде. Бына ошонда алып барылған фекер алышыуҙы сағылдырып, башҡа сайттарҙа уртаға һалып һөйләшеп, терминологик комиссияға тәҡдимдәребеҙҙе еткерәйек әйҙә. ([[Ҡатнашыусы:Аҡҡашҡа|Аҡҡашҡа]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Аҡҡашҡа|әңгәмә]]) 07:08, 1 ноябрь 2018 (UTC))
: Топонимдарҙың башҡортса яҙылышынмы, әллә урыҫса яҙылышын тикшерәбеҙме? Аңламайым. Терминология комиссияһы урыҫса яҙылыштарҙы ҡарармы икән? Икенсенән, донъялағы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе бер һуғыуҙа википедистар хәл итергә тейешме ни? Тағы аңламайым. Күтәрә алған тиклемен күтәрергә кәрәктер, бәлки. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 07:29, 1 ноябрь 2018 (UTC)
:: [[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев]]Терминология комиссияһы русса яҙылыш буйынса тәҡдимдәрҙе лә ҡарай. Мәҫәлән, шул уҡ Төйәләҫте Туялас тип яҙа башланылар. Быны Госсобрание тәҡдиме менән ҡарағайнылар, сөнки дәғүәләр күп булды. Беҙҙең тәҡдим менән Терминология комиссияһы ҡарап, Госсобраниеға тәҡдим индерә ала. Беҙ инициатор булабыҙ. Эшләп ултырабыҙ ҙа инде, эшебеҙҙең һөҙөмтәһе лә күренһен юғары органда. Үтәме-үтмәйме, уныһы икенсе эш. Тамсы тамып таш тишә. --[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 20:28, 6 ноябрь 2018 (UTC)
 
== Сәмән ↔ Семенкино ==
Ауырғазы районындағы Сәмән ауылын Семенкино. Сәмән икәненә сығанаҡ кәрәк. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 07:46, 1 ноябрь 2018 (UTC)