Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Салихов, Рафаэль Гирфанович" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

09:21, 5 ноябрь 2018 өлгөһө

Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (11 апрель 193225 март 2017) — совет һәм Рәсәй театр актеры. БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972), Башҡортостандың халыҡ артисы (1993).

Салауат дәүләт башҡорт драма театрының иң сағыу артистарының береһе.

Биографияһы

Рафаэль Ғирфан улы[1] 1932 йылдың 11 апрелендә Иҫке Муса ауылында тыуған.  Сәлиховтар нәҫелендә артистар булмай, атаһы Рафаэлде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтерә, әммә ғаиләлә баланың театрға ҡыҙыҡһыныуына ҡаршы килмәйҙәр.

1946 - 1949 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһында (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡый. Училищены тамамлағандан һуң Рафаэль Сәлихов Ауырғазы колхоз-совхоз театрына эшкә килә[2].  1956 йылда театрҙы  Толбазы ауылынан Салауат ҡалаһына күсерәләр.

Артабанғы ижади тормошо Салауат башҡорт драма театры менән бәйле була[3].

Рафаэль Сәлихов — йыраусы драма актеры булараҡ лирик геройҙарҙы һынландырыу өсөн бик яҡшы типаж. Йәш саҡта ул башлыса  традицион музыкаль мелодрамаларҙа һөйәрҙәр ролдәрен башҡара,

Спектаклдәрҙәге ролдәре.

  • «Ғәлиәбаныу» (М. Фәйзи)
  • Булат (К.Тинчурин, «Зәңгәр шәл» мелодрамаһы)
  • Аскер (У. Гаджибәков, «Аршын мал-алан» музыкаль комедияһы[4]
  • Закир ( М. Мәжит Ғафурҙың «Ҡара Йөҙҙәр» повесы буйынса инсценировка)
  • Айбулат Һ. Дәүләтшинаның "Ырғыҙ" романы буйынса инсценировкаһы)
  • Федор ( «Шатлыҡ эҙләү» драмаһы) 
  • Михаил («Туй көнө» драмаһы)
  • Ябағаев (Мостай Кәрим, «Айгөл Иле» драмаһы)
  • Нуритдин (Т. Абдумомунов, «Ялыу тейеш түгел» драмаһы)
  • Мәхмүт  (Ә. Мирзаһитов, «Утлы өйөрмә»)
  • Абдулла (Ф. Бүләков, "Әбейҙәр кейәүгә бара")
  • Исламғәли (Ә. Мирзаһитов, "Әсәләр көтәләр улдарын")

Маҡтаулы исем дәре һәм башҡа бүләктәре

БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1972) Башҡортостандың халыҡ артисы (1993)"Почёт Билдәһе" ордены (1986)"Хеҙмәт ветераны" миҙалы (1978) күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдары.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар