Википедия:Топонимдар буйынса фекерләшеү: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
44 юл:
== Учалы - Юшалы ==
Беҙҙең бик күп атамалар заманында дөрөҫ яҙылып алмау, урыҫсаға йә иҫке төркисәгә яйлаштырып яҙып алыу арҡаһында төп мәғәнәһен, этимологияһын юллап алыу хәҙер бик ҡыйын. Шул уҡ ЮШАЛЫ районын алайыҡ. Уны Учалы тип яҙып алғандар ҙа, хәҙер шул арҡала башҡа милләт атамаһы тигән төрлө спекуляциялар килеп сыға. Уны тел ғалимдары яңынан ҡарап, иҫке атамаһын тергеҙергә кәрәк! Һеҙ ололарҙы тыңлап ҡарағыҙ - урыҫса яҡшы белмәгәне кем Учалы тип әйткәнен ишеткәнегеҙ бар - Ушалы тиҙәр улар. Юшалы тигәнебеҙ ҙә онотолған, Ч-ға ла яйлаша алмайҙар. Юшалы тигәненә ҡеүәт - күрше Белорет районында Юша тигән станция (ауыл, йылға) бар. -ВК-ла "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән---[[Ҡатнашыусы:Guram52|Guram52]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Guram52|әңгәмә]]) 09:58, 3 ноябрь 2018 (UTC)
:* Википедиялағы [[Учалы районы]] мәҡәләһенә Этимология бүленә яҙырға була, әгәр баҫма сығанаҡтар был аңлатманы раҫлаһа. Раҫламаһа, баҙма сығаҡтарҙа яҙып сығырға кәрәк башта? Ә инде топонимдарҙы раҫлау тәртибен беләһегеҙ. Википедия эшмәкәрлегенән тыш эшләнә торған йүнәлеш. --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 18:43, 3 ноябрь 2018 (UTC)
: {{u|Borovi4ok}}, тема буйынса берәй сығанаҡ беләһеңме? --[[Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев|Рөстәм Нурыев]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Рөстәм Нурыев|әңгәмә]]) 19:01, 3 ноябрь 2018 (UTC)
* Мәҡәләлә этимология ([[Учалы#Исем]]) буйынса бер ни тиклем мәғлүмәт бар: Асыуҙы (әсе, асыулы), Үс алды, Юша (йәшмә ташы). «Словарь топонимов Башкирской АССР» китабында [[Оло Учалы (күл)]] — «Оло Асыуҙы» тип күрһәтелгән. Учалы типтәрҙәре башҡорт ихтилалдары осоронда Ҡазан даруғаһынан күсеп килгәндәр, шуға уларҙың һөйләше башҡараҡ — Асыуҙы (Учалы) һөйләше. Бәлки улар [[Аҙнаҡай районы]]нан күскәндер, сәнки унда бәләкәй генә Учалы йылғаһы бар, (шул уҡ районда [[:ru:Стярле|Стәрле]] йылғаһы бар - юрматылар һәм юрмыйҙар йәшәгән урын), әйткәндәй Аҙнаҡай ҡалаһын һәм районын татарса Атнакай тип түгел ә Азнакай тип яҙалар. --[[Ҡатнашыусы:Ryanag|Ryanag]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Ryanag|әңгәмә]]) 22:21, 3 ноябрь 2018 (UTC)
 
::* Урындағы халыҡ ғәҙәттә '''Асыуҙы''' күле исеменән килә тип әйтә. Типтәрҙәр килеп ултырғас, шуларҙың ҙур ''Ачулы'' ауылы барлыҡҡа килгән (хәҙерге ''село Учалы''). Был райондың тап уртаһы, типтәрҙең ояһы, башҡорттар ул тарафтан ҡыуылған булған, нәғеҙ башҡорт исеме онотолған :(. Мин белгән-ишеткән версия шул. ''Үс алды, Юшалы'' версияларын райондағы халыҡ белмәй. Үрҙәге «Словарь топонимов Башкирской АССР» китабынан артыҡ сығанаҡ юҡтыр ул. [[Ҡатнашыусы:Borovi4ok|Borovi4ok]] ([[Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Borovi4ok|әңгәмә]]) 20:11, 4 ноябрь 2018 (UTC)