Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Биографияһы ==
Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә [[БАССР]]-ҙың [[Баймаҡ районы]] [[Үрге Таулыҡай]] ауылында ишле ғаиләлә алтынсы бала булып тыуған<ref>[http://башкортостанкызы.рф/archives/192-ytkndrem-kil-aldyma.html ӘЙТКӘНДӘРЕМ КИЛӘ АЛДЫМА]</ref>. 8-се класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә.
 
1989 йылда [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты|Өфө дәүләт сәнғәт институтының]] театр факультетына инә. Ошо уҡ ваҡытта «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең вокаль карьераһын башлай<ref name="Баймаҡ">Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.</ref>. 1993 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры]]на эшкә ебәрелә. Бында Алһыу Бәхтиева бик матур, сағыу образдар тыуҙыра, халыҡ уны бигерәк тә йыраусы актриса булараҡ бик йылы ҡабул итә. Сибай театрында уйнаған ролдәренән: Әсифә (Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы|Б. Исҡужин, «Һуңғы Аҡсарлаҡ»,) Сәжидә (К. Тинчурин, «Ҡазан таҫтамалы»), Наза (Б. Бикбай, З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»), Гөлсәриә ([[Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы|Г. Әхмәтҡужина]], «Абыстай»), Дилара ([[Бүләков Флорид Миңнулла улы|Ф. Бүләков]], «Ҡыҙҙар ни өсөн илай») , Маһруй ([[Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. Ибраһимов]] «Башмағым»), Сәйҙә ([[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]] «Тиле йәшлек») һәм башҡалар<ref name="Баймаҡ"></ref>.