Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
5 юл:
Алһыу Исмәғил ҡыҙы Бәхтиева 1970 йылдың 26 июлендә [[БАССР]]-ҙың [[Баймаҡ районы]] [[Үрге Таулыҡай]] ауылында тыуған. 8-се класты тамамлағандан һуң Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә.
 
1989 йылда [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты|Өфө дәүләт сәнғәт институтыыныңинститутының]] театр факультетына инә. Ошо уҡ ваҡытта «Каруанһарай» фольклор-эстрада төркөмөндә үҙенең вокаль карьераһын башлай. 1993 йылда институтты ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры]]на эшкә ебәрелә. Бында Алһыу Бәхтиева бик матур, сағыу образдар тыуҙыра, халыҡ уны бигерәк тә йыраусы актриса булараҡ бик йылы ҡабул итә. Сибай театрында уйнаған ролдәренән: Әсифә (Исҡужин Бүребай Мәхмүт улы|Б. Исҡужин, «Һуңғы Аҡсарлаҡ»,) Сәжидә (К. Тинчурин, «Ҡазан таҫтамалы»), Наза (Б. Бикбай, З. Исмәғилев «Ҡоҙаса»), Гөлсәриә ([[Әхмәтҡужина Гөлшат Фәйзелғаян ҡыҙы|Г. Әхмәтҡужина]], «Абыстай»), Дилара ([[Бүләков Флорид Миңнулла улы|Ф. Бүләков]], «Ҡыҙҙар ни өсөн илай») , Маһруй ([[Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. Ибраһимов]] «Башмағым»), Сәйҙә ([[Абдуллин Ибраһим Әхмәт улы|И. Абдуллин]] «Тиле йәшлек») һәм башҡалар.
 
2000 йылда һәләтле актриса [[Башҡортостан]]дың баш ҡалаһына күсә һәм [[Башҡорт дәүләт академия драма театры|Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында]] эшләй башлай.