Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
[[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, актерҙарҙың күбеһе, ҡулына ҡорал тотоп, ил һағына баҫа. Театр ҡатын-ҡыҙҙар Абыҙгилдина Ғәшиә Баязит ҡыҙы, Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы, [[Абитаева Йәмилә Зөлҡәфил ҡыҙы]], Ирназарова Ғәшүрә Хәйрулла ҡыҙы һәм 14 йәшлек Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы иңендә ҡала. Һуғышҡа киткән 19 кешенән тик икеһе генә әйләнеп ҡайта — Ғ. Сарбаев һәм М. Лоҡманов. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы [[Ғәйфулла Сарбаев]] бөтә ғүмерен театрға бағышлап, утыҙҙан ашыу спектакль ҡуя, сәхнәлә сағыу ролдәр башҡара.
 
Театр үҫешә, камиллаша һәм тамашасыға булған мөнәсәбәт, спектакльдарҙыңспектаклдәрҙең юғары сифаты арҡаһында Башҡортостандың иң яҡшы театрҙары рәтенә инә.
1957 йылда театр [[Сибай (ҡала)|Сибай]] ҡалаһына күсә. Алтмышынсы йылдарҙан алып труппа составы [[Өфө сәнғәт училищеһы]] уҡыусылары менән тулылана башлай.
 
2030 йылдан ашыу (1987 йылдан) театрҙы [[Рәсәй Федерацияһы]]ның (1994) һәм [[Башҡорт АССР‑ы]]ның (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, [[Башҡортостан Республикаһы]]ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004) талантлы режиссёр Ғәлимов Дамир Мәзит улы етәкләй.
 
1991 йылда театрға СССР-ҙың халыҡ артисы [[Мөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улы|Арыҫлан Мөбәрәков]] исеме бирелә.
 
Театр тарихында сағыу спектакльдәрҙеңспектаклдәрҙең береһе — «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһы ([[Заһир Исмәғилев]] һәм [[Баязит Бикбай]] әҫәре буйынса). Ул 1997 йылда Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә ҙур уңыш менән күрһәтелде.
 
Сибай сәхнәһенән ижад юлын драматургтар [[Наил Ғәйетбаев]], [[Таңсулпан Ғарипова]], [[Гөлшат Әхмәтҡужина]], [[Буранбай Исҡужин]], [[Тамара Ғәниева]] һ.һәм б.башҡалар башлап ебәрә.
 
2004 йылда театр яңы бинаға күсә.