Кореяның өс батшалығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
60 юл:
Йылъяҙмаһы традицияһына ярашлы, өс батшалыҡ осоро беҙҙең эраға тиклем 57 йылда, Саро дәүләте (һуңыраҡ Силла тип атала) ярымутрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡытай императоры Хань династияһынан автономия өлгәшкән саҡта башланған. Ялуцзян йылғаһынан төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан һәм  бөгөнгө  көндә Ҡытай менән Кореяны бүлгән  Когурё дәүләте (корейса атамаһы Амноккан) Ҡытайҙан бойондороҡһоҙлоҡҡа беҙҙең эраға тиклем 37 йылда өлгәшә.  Беҙҙең эраға тиклем 18 йылда Когурё хакимының ике  улы, мираҫ өсөн көрәшергә теләмәй, илдән ҡаса һәм ярымутрауҙың көньяҡ-көнбайышында Пэкче дәүләтенә нигеҙ һала. Пэкченың баш ҡалаһы Хансон булып тора (хәҙерге Кванджу), ә аҙаҡ — Унчхон (хәҙерге Конджу), һәм ниһәйәт — Собури (хәҙерге Пуё). Беҙҙең эраның I быуатында Пэкченан Кая айырылып сыға.
 
[[Хань (династия)|Хань династияһы]]<nowiki/>ның III быуат башында ҡолауы өс корея батшалығын  тышҡы янауҙарға ҡаршы тороу кәрәклегенән ҡотолдора. Бөтә өс батшалыҡтың мәҙәниәте дөйөм була. Беҙҙең эраның  I быуатынан башлап корея йәмғиәтенең юғары даирәләре араһында [[конфуцианлыҡ]] тарала башлай, һуңыраҡ ул тулыһынса [[буддизм]] менән ҡыҫырыҡлана.
 
Когурё өс батшалыҡтың иң ҙуры булып, үҙ тарихының төрлө осоронда төрлө ике  баш ҡалаға эйә була— Хвандо (хәҙерге Цзиань ҡытай йылғаһы  Ялуцзян ярында) һәм Пхеньян. Тәүҙә Ҡытай сигендә барлыҡҡа килгән Когурё, үҙенең биләмәләрен Маньчжурия  иҫәбенә киңәйтә. 372 йылда рәсми дин сифатында буддизм ҡабул ителгәнгә тиклем Ҡытайҙың мәҙәни йоғонтоһо  IV быуат аҙағына тиклем һаҡлана. Яҡынса шул ваҡытта был хәл Пэкчела ла була. Пэкче хакимлығы ярымутрауҙың көньяҡ өлөшөнөң яртыһына терлек тарала.