Нервы системаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
51 юл:
=== Нейроглия ===
[[Файл:Gfapastr5.jpg|thumb|240px|Астроциттар — эйәрсән күҙәнәктәрҙең бер төрө.]]
 
Төҙөлөштәре һәм килеп сығышы йәһәтенән төрлө-төрлө булған '''эйәрсән''' күҙәнәктәр ([[урыҫ теле|урыҫса]] ''«нейроглиальные клетки»''), нейрондарҙы уратып алып, нервы системаһында ярҙамсыл функциялар үтәй: нейрондарҙы туҡландырыу һәм һаҡлау бурыстарын башҡара.
 
Нейрондарға ҡарағанда эйәрсән күҙәнәктәрҙең һаны 10 тапҡыр самаһы күберәк. Дөйөм алғанда, улар үҙәк нервы системаһы күләменең яртыһын тиерлек алып тора. Шул уҡ ваҡытта, нейрондарҙан айырмалы рәүештә улар нервы импульстары барлыҡҡа килтерә алмай.
==Сағыштырма нейроанатомия==
Төрлө систематик төркөмдәргә ҡараған хайуандарҙың төҙөлөш үҙенсәлектәренә бәйле нервылар системаһының бер нисә тибы бар.
 
'''Нервылар системаһы типтары''':
*'''Диффуз ( селтәрле) нервы системаһы'''. Эсәк ҡыуышлылар тибына ҡараған хайуандарҙың нервы күҙәнәктәре энтодермала бөтөн тән буйынса таралып урынлашҡан. Улар үҫентеләре ярҙамында үҙ-ара тоташып селтәрле нервы системаһын төҙөйҙәр. Шуға күрә, бер күҙәнәктәге ҡуҙғыу бөтә тәнгә тарала ала.
*'''Олонло нервы системаһы''' (ортогон).Нервы күҙәнәктәре бер олонға йыйыла ала.Шул уҡ ваҡытта, тире аҫтында диффуз нервы селтәре лә һаҡлана.
Бындай нервной системаһы яҫы селәүсендәрҙә һәм йомро селәүсендәрҙә (уларҙың диффуз нервы селтәре ныҡ үҫешмәгән) осрай.
*'''Төйөнлө нервы системаһы''', йәғни ҡатмарлы ганглионар система. Балдаҡлы селәүсендәргә, быуынтығаяҡлыларға, моллюскыларға һәм умыртҡаһыҙҙарҙың башҡа төркөмдәренә хас.
Күҙәнәктәрҙең күп өлөшө нервы төйөндәре — ганглияларға йыйылған. Күпселек хайуандарҙа уларҙағы нервы күҙәнәктәре махсуслашҡан һәм айырым ағзаларҙы хеҙмәтләндерә. Башаяҡлы моллюскыларҙа һәм быуынтығаяҡлыларҙа нервы төйөндәре берләшеп баш мейеһе барлыҡҡа килтерә.
*'''Көпшәле нервы системаһы''' (нервы көпшәһе ) хордалылар өсөн хас булып тора.
 
=== Нейрондарҙың төрҙәре ===