Биологик систематика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{Ук}}
 
'''Биологик систематика'''  — бөтә тереклекте классификациялаштырыусы фәнни дисциплина; уның төп бурысы - — тере организмдарҙың классификация принциптарын һәм, уларға нигеҙләнеп, дөйөм классификация системаһын төҙөү. «Классификация» һүҙе бында әле булған һәм уларҙың күптән үлеп бөткән төрҙәрен тасуирлау һәм системала урынлаштырыу мәғәнәһендә ҡулланыла{{sfn|Шипунов|1999}}.
 
== Систематиканың маҡсаттары һәм принциптары ==
Систематиканың дөйөмләштереүсе эше  — ''Тәбиғи Системаны'' яһау. Бер яҡтан ошо система тәбиғи күренештәр нигеҙендә ята һәм икенсе яҡтан, фәнни тикшеренеүҙәрҙең бер этабы булып тора тигән фекер бар. Тәбиғәтте танып белеүҙең сикһеҙлеге прицибына ярашлы, Тәбиғи Система сикһеҙ{{sfn|Любарский|1996}}.
 
'''Систематиканың төп маҡсаттары'''
 
* Таксондарға исем биреү (шул иҫәптән тасуирлау)
* диагностика - — аныҡлау, йәғни организмдың системала урынын табыу
* экстраполяция, йәғни теге йәки был таксонға инеүенә таянып объектарҙың үҙенсәлекле сифаттарын алдан әйтеү. Мәҫәлән,
 
әгәр ҙә теш төҙөлөшө буйынса хайуан кимереүселәр отрядына ҡарай икән, был мәғлүмәт буйынса ошо хайуандың һуҡыр эсәге оҙон һәм тәпәйле аяҡтары булыуын әйтеп була.
 
'''Һәр ваҡытта ла систематика ошо принциптарға нигеҙләнә:'''
 
* Бөтә төр тере организмдар ҙа билдәле бер төҙөлөш структураһына эйә,
* Ошо төҙөлөш структураһына бәйле, организмды иерархик рәүештә ойошторолған төркөмдәргә (таксондар)урынлаштырып була.
* Система —бер-береһенә эҙмә-эҙлеҡле буйһонған рангалар йыйылмаһы. Һәр рангтың (таксондың) үҙ урыны, ләрәжәһе һәм атамаһы бар.
* Организдарҙың төҙөлөш структураһы тураһындағы белемгә нигеҙләнеп (был структураны тулыһынса өйрәнеп була), бөтә органик доньяның («Ғәҙәти Системаны») системаһын төҙөп була.
 
Шулай итеп, тере организмдарҙың хәҙерге замандағы классификацияһы иерархик приципта төҙөлгән.
Юл 25 ⟶ 26:
Иерархияның (рангтың) төрлө дәрәжәләге үҙ исеме бар (юғарғыларҙан түбәнгә): Батшалыҡ, Тип ''йәки'' Бүлек, Класс, Отряд, Ғаилә , Ырыу ''һәм'' Төр. Төрҙәр айырым заттарҙан тора.
 
Ғәмәлгә алынған фаразпринцип буйынса: теләһе ниндәй билдәле организм эҙмә-эҙлекле рәүештә бөтә ете категория иҫәбенә инергә тейеш.
 
Ҡатмарлы системаларҙы күбеһенсә өҫтәмә категорияларға бүләләр, мәҫәлән , бының өсөн приставкалар ҡулланалар super- и sub- (супер-класс, суб-тип һәм башҡа).
 
Һәр-бер таксондың билдәле рангы булырға тейеш, йәғни берәй таксономик категорияға ҡарарға тейеш.
 
Был система төҙөү принцибын швед натуралисы Карл Линней исеме менән '''Линней иерархияһы''' тип атайҙар. Уның эштәре нигеҙендә хәҙерге традицион фәнни систематика төҙөлгән.
 
Супер-Батшалыҡ , йәки биологик [[Домен (биология)|домен]] тигән төшөнсә сағыштырмаса яңыраҡ барлыҡҡа кигән. Был төшөнсәне 1990 йылда Карл Вёзе тәҡдим иткән. Ошо төшөнсә Ерҙәге бөтә биомассаны өс доменға бүлә: 1) '''эукариоттар''' (күҙәнәктәрҙә ядролары булған организмдарҙы берләштереүсе домен; 2) '''бактериялар'''; 3) '''архейҙар'''.
 
== Систематиканың тарихы ==
Билдәле булыуынса, беренсе булып тереклек формаларын антик донъяла Гептадор, ә һуңынан Аристотель һәм уның уҡыуҫыһы Теофраст классификацияларға тырышҡандар.
 
Улар тереклекте уҙ фәлсәфәһенә ярашлы классификациялағандар.
Улар төзөгән тере организмдар системаһы бик ентекле булған. Ошо система буйынса үҫемлектәр ике төркөмгә бүленгән булған: ағастарға һәм үләндәргә, ә хайуандар  — «йылы» һәм «һалҡын» ҡанлы төркөмдәргә бүленгән булған.
 
Иң һуңғы сифат, тере тәбиғәттең эстәлеген билдәле тәртипкә һалыуҙа бик мөһим роль уйнай. Ошолай, тәбиғәттәге тәртипте һүрәтләүсе тәбиғи система барлыҡҡа килгән [1].
 
1172-се йылда ғәрәп философы Аверроэс Аристотелдың яҙмаларын ҡыҫҡартылған рәүештә ғәрәп теленә тәржемә иткән. Аверроэстың үҙ комментарийҙары юғалған, әммә телгә алынған тәржемә беҙең көндәргә латин телендә һаҡланған.
 
Швейцар ғалимы Конрад Геснер (1516—1565) тос өлөш индергән.
 
Бөйөк асыштар эпохаһы ғалимдарға тере тәбиғәт тураһындағы белемдәрҙе тәрәнәйткән. XVI быуат аҙағы  — XVII быуат башында хайуандар донъяһын ныҡышлы өйрәнә башлағандар.
 
Иң тәүҙә яҡшы билдәле типтар тураһындә мәғлүмәттәр туплағандар. Артабан бемемдәрҙе киңәйтергә билдәле булмаған хайуандарҙы өйрәнгәндәр. Ошо белемдәр фәнни классификацияны нигеҙләгән.
 
Был белемдәрҙе ҡулланып бик күп медиктар үҙ классификацияларын төҙөгәндәр. Шул иҫәптән, Иероним Фабриций (1537—1619), Парацельс Северинус уҡыусыһы (1580—1656), һынаусы Уильям Гарвей (1578—1657), инглиз анатомы Эдвард Тайсон (1649—1708). Марчелло Мальпиги (1628—1694), Ян Сваммердам (1637—1680) һәм Роберт Гук (1635—1702) кеүек микроскопистар һәм энтомологтар ҙа үҙ өлөшөн индергәндәр.
 
Инглиз натуралисты Джон Рей (1627—1705) үҫемлектәр һәм хайуандар тураһында бик әһәмиәтле хеҙмәт нәшер иткән. Үҫемлектәрҙе классификациялағандағы ҡулланылған ҡарашы «Historia Plantarum"» хәҙерге таксономия фәненә ҡарата ҙур бер аҙым булған.
 
== Таскондарҙың исемдәре һәм уларҙы тасуирлау ==
XX быуыт башында ете таксономик категория булған (латинса):
 
* '''Батшалыҡ'''  — regnum
* '''Тип'''  — phylum (үҫемлектәрҙә бүлек— divisio)
* '''Класс'''  — classis
* '''Отряд''' (урыҫса зоологияла тәртип)  — ordo
* '''Ғаилә'''  — familia
* '''Ырыу'''  — genus
* '''Төр'''  — species
 
Теләһе ниндәй үҫемлек йәки һайуан эҙмә эҙлекле рәүештә бөтә ете категория иҫәбенә инергә тейеш. Систематикала күбеһенсә өҫтәмә категорияларға айыралар, бының өсөн түбәнге приставкалар ҡулланалар sub-, инфра- (infra-) һәм super-, мәҫәлән : инфра-класс.