Киняшов Михаил Александрович: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
18 юл:
 
== Батырлығы ==
34-се гвардия уҡсылар полкының миномет расчеты командиры  (13-сө гвардия уҡсылар дивизияһы, 5-се гвардия армияһы, 2-се Украина фронты), гвардия кесе сержант Михаил Киняшов, яугирҙәр  менән командалыҡ итеп, 1944 йылдың  27 ғинуар – 2 февраль алыштарында [[Украина]]<nowiki/>ның [[Кировоград өлкәһе]] Маловисковский районының Ковалёвка ауылы районында минометтан биш пулемет нөктәһен, ике блиндажды, йөк менән ике арбаны юҡ итә.  
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 7 мартындағы указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 3-сө дәрәжә Дан ордены (№ 51623) менән бүләкләнә. 
 
[[1944 йылдыңйыл]]дың 16 авгусында М.А.Киняшов шул уҡ полктың, дивизия һәм армияның (1-се Украина фронты) составында польша ҡалаһы Буско-Здруйҙан 14 км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан Стопница тораҡ пункты районында дошмандың һөжүмен кире ҡаҡҡанда миномет уты менән  ике ут нөктәһен сафтан сығара һәм ун бишкә яҡын гитлерсыны юҡ итә.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 18 сентябрендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 2-сө дәрәжә Дан ордены (№ 3542) менән бүләкләнә.
 
[[1945 йылдыңйыл]]дың 19 апрелендә Зенфтенберг  (Германия) ҡалаһынан 9 км көнсығыштараҡ ятҡан Грос-Партвиц тораҡ пункты эргәһендәге һуғышта, дошмандың бер нисә пулеметын юҡ итеп, миномет расчеты командиры гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил үҙенең уты менән уҡсылар поразделениеларына Шпрее йылғаһын аша сығыуҙа ярҙам итә. 1945 йылдың  20 апрелендә, пехотаның хәрби тәртибендә эш итеп, ҡыйыу минометсы алты пулеметты һәм тиҫтәнән ашыу немец һалдатын юҡ итә.
 
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн гвардия кесе сержанты Киняшов Михаил Александрович 1-сө дәрәжә Дан ордены (№ 197) менән бүләкләнә.