Бәхтегәрәй (Ишмөхәмәт ауыл Советы, Баймаҡ районы): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
58 юл:
}}
 
'''Бәхтегәрәй''' ({{lang-ru|Бахтигареево}}); шулай уҡ '''Манһыр''' ({{lang-ru|Мансурово}})  — [[Башҡортостан]]дың [[Баймаҡ районы]]ндағы ауыл. [[2009]] йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 0 кеше<ref name='белешмә китабы'>[http://www.asmo-rb.ru/engine/data/attach/1/spravochnik.xls Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы]</ref>.
Почта индексы  — 453660, [[ОКАТО|ОКАТО коды]]  — 80206838002.
 
== Тарихы ==
1812 йылда Кинйәбулат ауылы кешеләре (35 ғаилә) Урғаҙа йылғаһы буйында утар урынында яңы ауылға нигеҙ һалалар<ref name="Сельские советы">Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.</ref>.
 
Ауыл 79-йәшлек Бәхтегәрәй Ҡасимовтың исемен йөрөтә башлай. Уның улдары — Хизбулла, Ғөбәйҙулла, Ирназар, Нурали, Ирғәли (уның улы Байтүрә).Халыҡ араһында ауылда Манһыр ауылы тип беләләр — йорт старшинаһы Манһыр Бикбулатов хөрмәтенә, атаһы — Бикбулат Әликашев. Манһырҙың улдары — Сабит, Трүхмән, Хәмит (аҙансы), Хәмзә (сотник), Сәғит, Ғәббәс, Гәбит (старшина) Манһыровтар.
бында шулай уҡ Кинйәбулаттын улы Әзибай күсенә. Әзибәйҙең улдары — Ибакан (указлы мулла, уның улдары — Ялалитдин, Хисамитдин, Сиразитдин) һәм Юлбарыҫ<ref name="Генеалогия и архивы">http://ufagen.ru/places/baymakskiy/bakhtigareevo.html</ref>.
 
Ауылға Ырымбур сик буйы комиссияһы Урал йылғаһы аша сыҡҡан ҡаҙаҡтар ҙа индерелә. Улар 12 йыл дауамында һалымдарҙан азат ителәләр. Улар араһында Танай, Тума, Ямантай Туғановтар, Бикташ Мунтаев, Бурсуҡ Дәүләтов, һуңғараҡ улар башҡа бөрйән ауылдарына таратыла<ref name="Генеалогия и архивы"></ref>.
 
1834 йылда 71 йортта 388 кеше йәшәй. 1885 йылда — 344 кеше һәм 53 йорт, 1920 йылда — 501 кеше һәм 88 йорт иҫәптә тора.
1839 йылда 75 йорттан 54 арбала йәйләүгә сығалар. 420 кешегә 1571 йылҡы малы, 629 һыйыр, 603 һарыҡ, 322 әзә тура килә. Ауыл халҡы сағыштырмаса етеш йәшәгән.
 
Шулай уҡ иген сәскәндәр: 51 дисәтинәлә 24 бот ужым һәм 786 бот ярауай иген<ref name="Генеалогия и архивы"></ref>..
Октябрь революцияһына тиклем малсылыҡ һәм алтын йыуыу менән шөғөлләнгәндәр. Коллективлашыу йылдарында крәҫтиәндәр «Урғаҙа» колхозына берләшәләр, 1957 йылдан алып Йылайыр игенселек совхозы составында була<ref>Сельские советы</ref>.
 
Хәҙерге ваҡытта ауылда [[Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы|Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдинов]]тың ейәндәре йәшәй. Ауылда мәсет төҙөлгән, Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән өйҙә музей ойошторолған. Хәҙрәт шишмәһе, ҡәберлеге тәртиптә тотола.
 
== Халыҡ һаны ==
 
Юл 72 ⟶ 88:
| style="background:#f0f0f0;"|'''Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)'''
|-
| 1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)||||||||||
|-
| 1920 йыл 26 август||||||||||
Юл 96 ⟶ 112:
 
== Географик белешмә ==
* Ауыл [[Оло Уртазымка|Урғаҙа]] йылғаһы буйында урынлашҡан<ref>Сельские советы</ref>.
* Район үҙәгенә тиклем ([[Баймаҡ (ҡала)|Баймаҡ]]):15 км
* Ауыл советы үҙәгенә тиклем ([[Ишмөхәмәт (Баймаҡ районы)|Ишмөхәмәт]]): 17 км
* Күрше ауыл [[Байыш (Баймаҡ районы)]] 8 км,
* Ауыл [[Урғаҙа]] йылғаһы буйында урынлашҡан
 
== Билдәле шәхестәре ==
* [[Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы|Мөжәүир Сиражетдинов]] ''(Мөжәүир хәҙрәт)''  — күренекле дин әһеле.
* [[Хәмитов Хөснөтдин Хәйбулла улы]] (1933—2018)  — педагог, РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы.
* Б. Хамитов — ауылдың беренсе уҡытыусыһы, Ленин ордены кавалеры;
* Сиражетдинов Ғ. М. — билдәле йылҡысы, БАССР ауыл хужалығының атҡаҙагған хеҙмәткәре.
 
== Һылтанмалар ==
* Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник.  — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007.  — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.{{ref-ru}}
* Асфандияров А. З.  История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009.  — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4{{ref-ru}}
 
== Иҫкәрмәләр ==