Безденежный Фёдор Ильич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
5 юл:
Безденежный Федор Ильич 1926 йылдың 23 февралендә [[Башҡортостан Республикаһы]] [[Ҡырмыҫҡалы районы]]<nowiki/>ның Яңы Казанка  ауылында тыуған. Белеме — тулы булмаған урта.
 
1941—1945 йылдарҙа [[Бөйөк Ватан һуғышы]]<nowiki/>нда ҡатнаша. Хеҙмәт эшмәкәрлеген [[1950 йылдыңйыл]]дың декабрь айында  «Башвосток-нефтеразведка» тресында быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай.  [[Ҡушкүл]], Шаҡша  нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша.  1959 йылдан алып «Башнефть» производство берекмәһенең «Арланнефть» газ сығарыу идаралығында скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехының быраулаусы, 1970 йылдың декабрь айынан скважиналарҙы ер аҫтында ремонтлау буйынса оператор булып эшләй<ref>[http://www.kzgazeta.ru/article_arh_id2632.html Газета "Красное знамя" города Нефтекамска &#x7C; Архив статей &#x7C; Большой Арлан: 55 лет созидания].&#x20;<small>Проверено 28 марта 2013.</small>&#x20;<small>[https://www.webcitation.org/6Fl8OCtBU?url=http://www.kzgazeta.ru/article_arh_id2632.html Архивировано] 9&nbsp;апреля 2013&nbsp;года.</small></ref>.
 
Ф.И. Безденежный етәкләгән вахта, [[1960 йылданйыл]]дан алдынғы ысулдарҙы һәм хеҙмәт алымдарын, алдынғы техника һәм технологияларҙы индереүҙә  миҫал күрһәтә. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100-йыллыҡты лайыҡлы ҡаршылау буйынса социалистик ярыштың инициаторы булып сығыш яһап, Безденежныйҙың вахтаһы һәм бригадаһы скважиналарҙы капиталь ремонтлау буйынса биш йыллыҡтың планын алда, [[1970 йылдыңйыл]]дың  1 сентябренә үтәй. 
 
Алдынғы ысулдарҙы һәм хеҙмәт алымдарын камиллаштырып,  ҡорамалдарҙы рациональ файҙаланып, Ф.И. Безденежныйҙың вахтаһы һигеҙенсе биш йыллыҡта (1966—1970) сменалы заданиеларҙы  115-120 процентҡа үтәй. Был бригадаға 102 скважинаны ваҡытынан алда ремонтлаға мөмкинлек бирә. Ремонт ваҡытын ҡыҫҡартыу иҫәбенә бригада нефть сығарыусыларға өҫтәмә рәүештә 16 скважина тапшыра, улар 21,7 мең тонна нефть бирә. 
 
Ф. И. Безденежный [[Башҡорт АССР-ы]]<nowiki/>нда беренселәрҙән булып скважиналарҙы вышкаһыҙ файҙаланыу шарттарында ПТМТ-40, СУПР-25 күсмә мачталарын, УКР-50 ҡулайламаһын үҙләштерә, скважиналарҙы ремонтлауҙа цемент пробкаларҙы һәм «стандарҙы» быраулауҙа  әҙ габаритлы өс секциялы быраулы турбиналарҙы индереү буйынса инициатор була. 
 
Уның туранан-тура ҡатнашлығында Арлан ятҡылығында скважиналарҙы вибро- һәм  күбек кислоталы  эшкәртеү индерелә, ул ҡатламдарҙан нефть  сығарыуҙы байтаҡҡа арттырырға  һәм биш йыллыҡ планынан тыш 130 мең тонна нефть сығарыуға мөмкинлек бирә. Производство алдынғыһы булараҡ, Ф.И. Безденежный 1970 йылдың декабрендә скважиналарҙы ер аҫты ремонтлау буйынса звеноһын етәкләп, артҡа ҡалған бригадаға эшкә күсә. 
19 юл:
Нефть сығарыуҙа һәм эшендә юғары техник-иҡтисади күрһәткестәре буйынса биш йыллыҡтың заданиелары планын үтәүҙәге юғары ҡаҙаныштары өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 30 мартындағы указы менән Ф.И. Безденежныйға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә. 
 
Безденежный Федор Ильич [[2001 йылдыңйыл]]дың 26 октябрендә вафат була.
 
== Бүләктәре ==