Михайлов Александр Фадеевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"Михайлов, Александр Фадеевич" битен тәржемә итеп төҙөлгән
(айырмалар юҡ)

16:53, 18 октябрь 2018 өлгөһө

Михайлов Александр Фадеевич (20 апрель 1925 йыл2 ғинуар 1944 йыл) — Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһы 9-сы механизацияланған корпусы 69-сы механизацияланған бригадаһының мотоуҡсылар батальоны пулеметсыһы,  рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

Михайлов Александр Фадеевич[1] 1925 йылдың 20 апрелендә Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны Кручинино ауылында тыуған.

Урыҫ. 7 класс тамамлай. Һуғышҡа тиклем Өфө педагогия училищеһында уҡый.

1943 йылда Өфө район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ошо уҡ йылдан хәрәкәт итеүсе армияла.

69-сы механизацияланған бригаданың мотоуҡсылар батальоны пулеметсыһы (Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһы 9-сы механизацияланған корпус) рядовой Михайлов Александр Фадеевич Днепр йылғаһы буйындағы яуҙа батырлыҡ күрһәтә.

1944 йылдың 2 ғинуарында һәләк була. Житомир өлкәһенең  (Украина) Бердичев районы Осыково ауылында совет яугирҙарының туғандар ҡәберлегендә ерләнгән[2][3]. 1980 йылда ҡәберҙә яугир скульптураһы ҡуйылған, уның уң яғында һәләк булған яугирҙарҙың, шул иҫәптән Александр Михайловтың, исеме яҙылған 6 плита һалынған.

Батырлығы

«69-сы механизацияланған бригаданың мотоуҡсылар батальоны пулеметсыһы (Воронеж фронты 3-сө гвардия танк армияһы 9-сы механизацияланған корпус) рядовой Михайлов Александр Фадеевич , 1943 йылдың 22 сентябренә ҡарай төндә, беренселәрҙән булып Днепр йылғаһы аша сыға һәм подразделениегә йылға аша сығырға булышлыҡ итә. Букрин плацдармы өсөн һуғышта (Украинаның Черкасск өлкәһе Каменка районы) пулеметтан  утҡа тотоп, үҙенең ротаһының һөжүменә булышлыҡ итә, 20-гә яҡын гитлерсыларҙы юҡ итеп, дошман контратакаһын кире ҡаға».

СССР Юғары Советы  Президиумының 1943 йылдың 17 ноябрҙәге указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, Михайлов Александр Фадеевичкә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Хәтер

Өфө районының Кручинин ауылында, герой йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. 20 апреля родились... . Комментарии : LiveInternet - Российский Сервис Онлайн-Дневников. Дата обращения: 16 март 2013.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 69/31, л. 1, 486, 487).
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1108, л. 2, 67, 68).

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 4. Л—О. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2008. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-068-5.

Һылтанмалар