Мирхәйҙәр Фәйзи: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Akkashka (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
17 юл:
{{фамилиялаш|Фәйзуллин}}
 
'''Мирхәйҙәр Фәйзи''', '''Фәйзуллин Мирхәйҙәр Мостафа улы''' ([[19 октябрь]] [[1891 йыл]] — [[9 июль]] [[1928 йыл]]) — [[башҡорт]] һәм [[татар]] яҙыусыһы, драматург һәм журналист.
 
== Биографияһы ==
'''Мирхәйҙәр Мостафа улы Фәйзуллин''' 1891 йылдың 19 октябрендә элекке [[Ырымбур губернаһы]] Орск өйәҙенең Күкшел утарында тыуған. Орск һәм Ырымбурҙағы [[Хөсәйениә мәҙрәсәһе|Хөсәйениә]] мәҙрәсәләрендә уҡый. Әҙәби әҫәрҙәр яҙыу менән йәшләй ҡыҙыҡһына башлай. Уның «Сәскәләр араһында», «Биҙәнеү», «Йәштәр алдатмайҙар» кеүек тәүге сәхнә әҫәрҙәре 1912 йылда баҫылып сыға. Ошо уҡ йылдарҙа «Йәштер алдатмайҙар» комедияһы Ҡазанда «Сәйәр» труппаһы тарафынан сәхнәлә ҡуйыла.
 
1916 йылда М. Фәйзи «Сәғҙәтбаныу» тигән драмаһын яҙа. Аҙаҡ, бер аҙ үҙгәрткәндән һуң, «Ғәлиәбаныу» исемеңдә был пьеса тиҙ арала популярлыҡ яулай һәм башҡорт, татар театрҙары репертуарының алтын фондына әүерелә.