Чехословак корпусы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
48 юл:
[[26 март]]та Пензала [[РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы| РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының]] ([[Сталин Иосиф Виссарионович|Сталин]]), Рәсәйҙәге Чехословак милли советының һәм Чехословак корпусының вәкилдәре килешеүгә ҡул ҡуялар, уға ярашлы чех подразделениеларына [[Пенза]]нан [[Владивосток]]ка ҡаршылыҡһыҙ сығыу гарантияла: «''…Чехословактар хәрби берәмәктәр һымаҡ түгел, ә үҙе менән контрреволюционерҙар яғынан һөжүменән үҙ-үҙен һаҡлау өсөн билдәле һанда ҡорал алған ирекле граждандар төркөмө булараҡ хәрәкәтләнәләр… Халыҡ Комиссарҙары Советы уларҙың ғәҙел һәм ихлас лояллеге шарты менән Рәсәй территорияһында уларға мөмкин тиклем булышлыҡ итергә әҙер…''». 27 мартта корпус буйынса 35 -се һанлы бойороҡта әлеге «билдәле ҡорал һанының» ҡулланыу тәртибе ҡарала: «''Һәр эшелонда үҙенең һағы өсөн 168 кешелек ҡораллы ротаны, шул иҫәптән, унтер-офицерҙарҙы, һәм бер пулемет, һәр винтовкаға 300, пулеметҡа — 1200 заряд ҡалдырырға. Бөтә ҡалған винтовкалар һәм пулеметтар, бөтә орудиелар Пензалағы урыҫ хөкүмәтенә чехословак корпусының өс вәкиленән һәм совет власының өс вәкиленән торған махсус комиссияһына тапшырырға…''». Артиллерия ҡоралы башлыса Украинаның Рәсәйгә ҡушылған сағында ҡыҙыгвардиясыларға тапшырыла.
 
1918 йылдың апрель-майында чехословактарҙың иң эре соединениелары [[Пенза]] — [[Сызрань]] — [[Һамар]] (8 мең; поручик С. Чечек), [[Силәбе]] — [[Миасс]] (8,8 мең.; полковник С. Н. Войцеховский), Новониколаевск — ст. Тайга (4,5 мең; капитан Р. Гайда), Владивостокта (яҡынса 14 мең; генерал М. К. Дитерихс), шулай уҡ Петропавловскиҙа — [[Ҡурған (ҡала)|Ҡурған]] — [[Омск]] (капитан Сыровой) райондарында урынлаша. Хәрби ғәмәлдәр барышында 26 майҙа Новониколаевск менән Силәбе ҡалалары баҫып алына, 29 майҙа — Пенза, 30 майҙа — Сызрань, 31 майҙа — Томск, 7 июндә — Омск, июлдә — [[Өфө]], [[Сембер (ҡала)|Cембер]] һәм [[Екатеринбург]] ҡалалары, августа — [[Ҡаҙан]]<ref name="Чехословацкий отдельный корпус">Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, 2013</ref>.
 
21 апрелдә [[Германия]] баҫымы аҫтында сит ил эштәре наркомы Г. В. Чичерин [[Красноярск]] советынан чехословак эшелондарының көнсығышҡа артабанғы хәрәкәтленеүен туҡтатып тороуҙы талап итә. Легионерҙар был ҡарарҙы элекке хәрби әсирҙәр сифатында уларҙы Германияға һәм Австрия-Венгрияға биреү ниәтендә эшләнә, тип ҡабул итә. Силәбелә 16-20 майҙа үткән чехословак хәрби делегаттарының съезы ҡәтғи рәүештә большевиктар менән араларҙы боҙоу позицияһына тора һәм ҡоралды тапшырыуҙы тутҡтатырға (был ваҡытҡа ҡоралды Пенза районында өс аръергард полктары тапшырмаған була) һәм «үҙ тәртибе менән» Владивостокка юлланырға ҡарар итә. 21 майҙа [[Мәскәү]]ҙә чехословак эшелондарын тулыһынса ҡоралһыҙландырыу тураһында күрһәтмә бирелә. 25 майҙа был күрһәтмә наркомвоен Троцкий бойороғонда урын ала<ref name="Троцкий">[http://www.scepsis.ru/library/id_2834.html Приказ Народного Комиссара по военным делам о разоружении чехословаков]</ref>. 25—27 майҙа чехословак эшелондары торған бер нисә пунктта (Марьяновка, [[Иркутск]], [[Златоуст]]) легионерҙарҙы ҡоралһыҙландырырға маташҡан ҡыҙыгвардиясылар менән бәрелештәр булып ала. Эшелондарына тәүге һөжүмдәрҙе кире ҡағып һәм үҙҙәре һөжүмгә күсеп, чехословак милли совет бөтә [[Себер]] (шулай уҡ Алтай) юлына хужа була.
57 юл:
 
1919 йылдың 29 декабрендә армия командованиеһы, Антанта вәкилдәре ҡарары менән, Нижнеудинск станцияһында Рәсәйҙәге алтын запастың бер өлөшө булған поезды үҙ контроле аҫтына ала. [[1920 йыл|1920 йылдың]] 15 ғинуарында чех командованиеһы эсерҙар-меньшевиктарҙың «Политүҙәгенә» адмирал [[Колчак Александр Васильевич|Колчакты]] һәм «алтын» эшелондың өлөшөн тапшыра.
 
=== Башҡорт хөкүмәте менән бәйләнештәре ===
1918 йылдың июнь айында Чехословак корпусы [[Башҡорт хөкүмәте]]нә [[Башҡорт ғәскәре (1917—1919)|Башҡорт ғәскәре]]нең частарын ойоштороуҙа ярҙам итә. Июнь уртаһынан [[1-се Башҡорт уҡсылар полкы]] менән берлектә, июлдә — [[2-се Башҡорт уҡсылар полкы]] менән [[Екатеринбург]] йүнәлешендә хәрәкәт итә<ref name="Чехословацкий отдельный корпус"></ref>.
 
== Составы ==