Чехословак корпусы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
38 юл:
Шуға ҡарамаҫтан, Францияға сығыр өсөн чехословактар Рәсәй территорияһын үтергә тейеш була. Рәсәйҙә был ваҡытта бөтә урындарҙа совет власы урынлашҡан була. Совет хөкүмәте менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫ өсөн Чехословак милли советы уға ҡаршы ҡырҡа рәүештәге ғәмәлдәрҙән баш тарта, шуға күрә Үҙәк радаға ла ярҙамға килмәй.
 
Совет ғәскәрҙәренең һөжүме барышында улар Киев тирәһендә формалашҡан 2-се чехословак дивизияһы менән тоташа һәм Масарик, главком М. А. Муравьев менән килешеү төҙөй. 26 ғинуарҙа (8 февраль) совет ғәскәрҙәре [[Киев]]ты яулап ала һәм унда совет власын уранлаштыра. 16 февралдә Муравьев Масарикка [[]Совет Рәсәйе]] чехословактарҙың Францияға сығыуына ҡаршы булмауы тураһында хәбәр итә.
 
Масариктың ризалығы менән чехословак частарында большевистик агитацияһы рөхсәт ителә. Чехословактарҙың ҙур булмаған өлөшө (200 кеше тирәһе) революцион идеялары тәьҫире аҫтында корпустан сыға һәм [[Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы|РККА-ның]] интернациональ бригадалары составына инә. Масарик, үҙе һөйләүенсә, хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәрҙе (генералдар М. В. Алексеев һәм Л. Г. Корнилов, шулай уҡ П. Н. Милюковтарҙың) кире ҡаға). Шул уҡ ваҡытта Масарик, К. В. Сахаров фекеренсә, һул урыҫ лагеры менән бәйләнештәр булдыра, Муравьевтан тыш, ул бер нисә яртылаш большевистик ҡараштағы революцтон эшмәкәрҙәре менән мөнәсәбәттәрен нығыта. Урыҫ офицерҙары яйлап командалыҡ вазифаларынан ситләштерәләр. Чех милли советы Рәсәйҙә «хәрби әсирҙәрҙән һул, ультрасоциалистик кешеләр менән тулылана».
46 юл:
Украина территорияһына [[18 февраль|18 февралендә]] Германия-Австрия ғәскәрҙәрен индерә башлағас, 1-се чехословак дивизияһы ашығыс рәүештә Житомир тирәһенән Һул яр Украинаһына күсерелә, унда 7 марттан 14 мартҡа үҙенең эвакуацияһын тәьмин итеү өсөн тиклем совет ғәскәрҙәре менән берлектә һуғышырға һәм немец дивизияларының һөжүменә ҡаршы торорға тура килә.
 
[[26 март]]та Пензала [[РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы| РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының]] ([[Сталин Иосиф Виссарионович|Сталин]]), Рәсәйҙәге Чехословак милли советының һәм Чехословак корпусының вәкилдәре килешеүгә ҡул ҡуялар, уға ярашлы чех подразделениеларына [[Пенза]]нан [[Владивосток]]ка ҡаршылыҡһыҙ сығыу гарантияла: «''…Чехословактар хәрби берәмәктәр һымаҡ түгел, ә үҙе менән контрреволюционерҙар яғынан һөжүменән үҙ-үҙен һаҡлау өсөн билдәле һанда ҡорал алған ирекле граждандар төркөмө булараҡ хәрәкәтләнәләр… Халыҡ Комиссарҙары Советы уларҙың ғәҙел һәм ихлас лояллеге шарты менән Рәсәй территорияһында уларға мөмкин тиклем булышлыҡ итергә әҙер…''». 27 мартта корпус буйынса 35 -се һанлы бойороҡта " әлеге «билдәле ҡорал һанының» ҡулланыу тәртибе ҡарала : «''Һәр эшелонда үҙенең һағы өсөн 168 кешелек ҡораллы ротаны, шул иҫәптән, унтер-офицерҙарҙы, һәм бер пулемет, һәр винтовкаға 300, пулеметҡа — 1200 заряд ҡалдырырға. Бөтә ҡалған винтовкалар һәм пулеметтар, бөтә орудиелар Пензалағы урыҫ хөкүмәтенә чехословак корпусының өс вәкиленән һәм совет власының өс вәкиленән торған махсус комиссияһына тапшырырға…''». Артиллерия ҡоралы башлыса Украинаның рәсәйгәРәсәйгә ҡушылған сағында ҡыҙыгвардиясыларға тапшырыла.
 
1918 йылдың апрель-майында чехословактарҙың иң эре соединениелары [[Пенза]] — [[Сызрань]] — [[Һамар]] (8 мең; поручик С. Чечек), [[Силәбе]] — [[Миасс]] (8,8 мең.; полковник С. Н. Войцеховский), Новониколаевск — ст. Тайга (4,5 мең; капитан Р. Гайда), Владивостокта (яҡынса 14 мең; генерал М. К. Дитерихс), шулай уҡ Петропавловскиҙа — [[Ҡурған (ҡала)|Ҡурған]] — [[Омск]] (капитан Сыровой) райондарында урынлаша. Хәрби ғәмәлдәр барышында 26 майҙа Новониколаевск менән Силәбе ҡалалары баҫып алына, 29 майҙа — Пенза, 30 майҙа — Сызрань, 31 майҙа — Томск, 7 июндә — Омск, июлдә — [[Өфө]], [[Cембер]] һәм [[Екатеринбург]] ҡалалары, августа — [[Ҡаҙан]].
 
21 апрелдә [[Германия]] баҫымы аҫтында сит ил эштәре наркомы Г. В. Чичерин [[Красноярск]] советынан чехословак эшелондарының көнсығышҡа артабанғы хәрәкәтленеүен туҡтатып тороуҙы талап итә. Легионерҙар был ҡарарҙы элекке хәрби әсирҙәр сифатында уларҙы Германияға һәм Австрия-Венгрияға биреү ниәтендә эшләнә, тип ҡабул итә. Силәбелә 16-20 майҙа үткән чехословак хәрби делегаттарының съезы ҡәтғи рәүештә большевиктар менән араларҙы боҙоу позицияһына тора һәм ҡоралды тапшырыуҙы тутҡтатырға (был ваҡытҡа ҡоралды Пенза районында өс аръергард полктары тапшырмаған була) һәм «үҙ тәртибе менән» Владивостокка юлланырға ҡарар итә. 21 майҙа [[Мәскәү]]ҙә чехословак эшелондарын тулыһынса ҡоралһыҙландырыу тураһында күрһәтмә бирелә. 25 майҙа был күрһәтмә наркомвоен Троцкий бойороғонда урын ала<ref name="Троцкий">[http://www.scepsis.ru/library/id_2834.html Приказ Народного Комиссара по военным делам о разоружении чехословаков]</ref>. 25—27 майҙа чехословак эшелондары торған бер нисә пунктта (Марьяновка, [[Иркутск]], [[Златоуст]]) легионерҙарҙы ҡоралһыҙландырырға маташҡан ҡыҙыгвардиясылар менән бәрелештәр булып ала. Эшелондарына тәүге һөжүмдәрҙе кире ҡағып һәм үҙҙәре һөжүмгә күсеп, чехословак милли совет бөтә [[Себер]] (шулай уҡ Алтай) юлына хужа була.