Чехословак корпусы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
31 юл:
[[Файл:Иркутск._Чешско-словацкие_войска_в_Иркутске.jpg|мини|300x300пкс|Чехословак ғәскәрҙәренең Иркутскиға инеүе, 1918 йыл.]]
[[Файл:Czech_troop_quarters.jpg|мини|300x300пкс|Чехословак корпусының формалашыу «казармаһы».]]
 
[[Файл:Флаг_Батареи_Куликовского.jpg|мини|212x212пкс|Чехословак корпусында Куликовский батареяһының әләме]]
1917 йылдың көҙөндә Волынь һәм Полтава губерналары территоияһында Көньяҡ-Көнбайыш фронтының тылында ойошторола башлай. 1917 йылғы октябрь революцияһы һәм совет хөкүмәте менән үҙәк державаларҙың солох тураһында һөйләшеүҙәре чехословактарҙы бик ауыр хәлгә ҡуя. Петроградтағы большевиктарҙың ҡораллы ихтилалының еңеүе тураһында хәбәр алғас та Чехословак милли советының етәкселеге Ваҡытлы хөкүмәтте бер һүҙһеҙ яҡлауы тураһында иғлан итә һәм Киев хәрби округы һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронты командованиелары менән чехословак частарын ҡулланыу буйынса килешеү төҙөй. 27 октября (9 ноябрь) килешеү 1-се һәм 2-се чехословак дивизиялары командованиеһына еткерелә, ә Көньяҡ-Көнбайыш фронты янындағы Ваҡытлы хөкүмәттең комиссары ярҙамсыһы Н. С. Григорьев күрһәтелгән подразделениеларҙы Киев ебәрергә ҡуша. 28 октябрҙә (10 ноябрь) улар Киев хәрби училищелар юнкерҙары менән берлектә Киев Советын яҡлаусылар эшселәр һәм һалдаттарға ҡаршы урам бәрелештәрендә ҡатнашалар. Бәрелештәр ҡаршы тороусылар араһында 31 октябрҙә (13 ноябрь) ваҡытлы тыныслыҡ булдырыуға тиклем дауам итә<ref name="solnzeva" />
 
46 юл:
Украина территорияһына [[18 февраль|18 февралдә]] Германия-Австрия ғәскәрҙәрен индерә башлағас, 1-се чехословак дивизияһы ашығыс рәүештә Житомир тирәһенән Һул яр Украинаһына күсерелә, унда 7 марттан 14 мартҡа үҙенең эвакуацияһын тәьмин итеү өсөн тиклем совет ғәскәрҙәре менән берлектә һуғышырға һәм немец дивизияларының һөжүменә ҡаршы торорға тура килә.
 
[[26 март]]та Пензала [[РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы| РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының]] ([[Сталин Иосиф Виссарионович|Сталин]]), Рәсәйҙәге Чехословак милли советы һәм Чехословак корпусының вәкилдәре килешеүгә ҡул ҡуялар, уға ярашлы чех подразделениеларына Пензанан Владивостокка ҡаршылыҡһыҙ сығыу гарантияла: «''…Чехословактар хәрби берәмәктәр һымаҡ түгел, ә үҙе менән контрреволюционерҙар яғынан һөжүменән үҙ-үҙен һаҡлау өсөн билдәле һанда ҡорал алған ирекле граждандар төркөмө булараҡ хәрәкәтләнәләр… Халыҡ Комиссарҙары Советы уларҙың ғәҙел һәм ихлас лояллеге шарты менән Рәсәй территорияһында уларға мөмкин тиклем булышлыҡ итергә әҙер…''». 27 мартта корпус буйынса 35 -се һанлы бойороҡта " әлеге «билдәле ҡорал һанының» ҡулланыу тәртибе ҡарала : «''Һәр эшелонда үҙенең һағы өсөн 168 кешелек ҡораллы ротаны, шул иҫәптән, унтер-офицерҙарҙы, һәм бер пулемет, һәр винтовкаға 300, пулеметҡа — 1200 заряд ҡалдырырға. Бөтә ҡалған винтовкалар һәм пулеметтар, бөтә орудиелар Пензалағы урыҫ хөкүмәтенә чехословак корпусының өс вәкиленән һәм совет власының өс вәкиленән торған махсус комиссияһына тапшырырға…''». Артиллерия ҡоралы башлыса Украинаның рәсәйгә ҡушылған сағында ҡыҙыгвардиясыларға тапшырыла.
 
1918 йылдың апрель-майында чехословактарҙың иң эре соединениелары Пенза — Сызрань — Һамар (8 мең; поручик С. Чечек), Силәбе — Миасс (8,8 мең.; полковник С. Н. Войцеховский), Новониколаевск — ст. Тайга (4,5 мең; капитан Р. Гайда), Владивостокиҙа (яҡынса 14 мең; генерал М. К. Дитерихс), шулай уҡ Петропавловскиҙа — Кургаа — Омса (капитан Сыровой) райондарында урынлаша.