Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
4 юл:
Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов исемендәге дауахана- Башҡортостан Республикаһының төп дауалау-консультация, ойоштороу- методик үҙәге. 1875 йылда асылған Губерна дауаханаһы (1948 йылға тиклем 1-се Совет дауаханаһы) нигеҙендә ойошторолған.Штатында 2100-ҙән ашыу хеҙмәткәр, шул иҫәптән 500-гә яҡын табип бар.
==Тарихы ==
Башта был дауаханала өлкән ординаторҙар Борецкий һәм Чубовский, һуңыраҡ табиптар Чаушанский Николай Витальевич менән Цветков Александр Степанович саҡырыла. Цветков А.С. дауахананың өлкән табибы вазифаһына тәғәйенләнә.
Губерна дауаханаһы бер нисә тапҡыр бер бинанан икенсеһенә күсеп йөрөй. 1888 йылда Өфө ҡалаһының ситендә 9 ағас бина (114 койкалы ) төҙөү башлана.Был урында хәҙерге Республика клиник дауаханаһы урынлашҡан.
Дауахана тарихында булған мөһим ваҡиғалар:
· 1878 йылда штатта шәфҡәт туташы вазифаһы индерелә ҡарала һәм ауырыуҙарҙы ҡараусы шәфҡәт туташтары дежурлығы ойошторола ;
· 1882 йылда земство табиптарының йәмғиәте төҙөлә;
· 1890 йылдан ауырыуҙарҙы амбулатор ҡабул итеү башлана;
· 1895 йыл- табип А.Л.Нагибин таҙа хирургия бүлеген аса;
· 1908 йыл- дауахана губерна земствоһының фельдшер-акушер мәктәбе базаһына әйләнә;
· 1909 йыл- ауырыуҙарҙы ҡарау, диагноз ҡуйыу, күҙәтеү буйынса клиник талаптар индерелә;
· 1909 йыл- дауахана советы булдырыла ( медицина советы);
· 1910 йыл- тәүге дезинфекция камераһы эшләй башлай;
· 1910 йыл- прозектура табип Ч.Я. Ястржемский прозектура булдыра;
· 1911 йыл- амбулатория асыла;
· 1911 йыл- клиник һәм бактериологик тикшеренеүҙәр лабораториялары асыла;
· 1911 йыл- медицинской китапханаһы булдырыла;
· 1913 йыл- тәүге рентген кабинетта табип Б.П. Ручинский (мөдир) сирлеләрҙе ҡабул итә башлай;
· 1913 йыл- Дрезден һәм Санкт-Петербургта гигиена күргәҙмәләрендә ҡатнашып, дауахана бәләкәй алтын миҙалға лайыҡ була;
· 1914 йыл- Беренсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле дауаханала урндар һаны 184-гә етә.
Был осорҙа дауаханала табиптар А.Л.Нагибин, Ч.Я.Ястржемский, И.М.Тимофеев, Б.П.Ручинский, П.П.Чебышев, А.Э Рауэр эшләй.
Граждандар һуғышы осоронда дауахананың хәле ауырлаша.
 
1924 йылдың 11 ғинуарынан Беренсе Совбольницаға (элекке Губерна земтсов дауаханаһы) өлкән табип итеп Нурлығаян Нуриәхмәт улы Байтирәков тәғәйенләнә (Бәләбәй өйәҙе Шланлыкүл ауылынан )
Основные вехи становления больницы следующие:
· 1920 йыл - табип М.В. Вакуленко Башҡортостанда беренсе булып хирургия бүлегендә бер кешегә икенсе кеше ҡанын бирә;
· 1924 йыл - хирургия корпусына реконструкция үтә ( 60 урынлыҡ);
· 1924 год - неврология һәм оторинолярингология буйынса амбулаторияла ҡабул итеү башлана;
· 1924-1932 йылдар - дауаханала 185 урын ( хирургия, гинекология һәм оторинолярингология бүлектәре) , бында республика хирургтарын уҡытыу буйынса база булдырыла.
· 1931 йыл - Башҡортостанда тәүге нейрохирургик операциялар( баш мейеһендә һәм умртҡа һөйәге мееһендә);
· 1937 йыл - профессор Н.Н. Лобанов етәкслегендә ҡолаҡ, тама һәм тьанау ауырыуҙары буйынса клиника ойошторола;
· 1938 йыл - 3 этажлы хирургия корпусы төҙөлә , бында травматология бүлеге булдырыла;
· 1938 йыл - патологоанатомия корпусы сафҡа индерелә;
· 1941 йыл - акушерлыҡ һәм гинекология корпусы;
· 1945 йыл - урологик сирлеләрҙе амбулаторийҙа ҡабул итеү башлана;
· 1946 йыл - урологик сирлеләр өсөн урындар булдырыла, 1953 йылда урологиия бүлеге асыла;
· 1948 год - Беренсе Совет дауаханаһы (совбольницаны) Республика клиник дауаханаһы итеп үҙгәртелә, республика бюджетынан финанслана башлай;
· 1949 йыл- ойоштороу- методик кабинет булдырыла ( 1963 йылдан - ойоштороу-методик бүлек), ул ауыл ерендәге дауалау- профилактика учреждениелары хеҙмәтен ойоштороу менән шөғөлләнә башлай;
· 1949 йыл - санитар авиация булдырыла;
· 1949 йыл - нейрофизиотерапиядауаханаһы нигеҙендә РКД-ның неврология һәм физиотерапия бүлектәре асыла;
· 1949 йыл- Республика клиник дауаханаһы күп профилле дауаханаға әйләнә, гематология, артрология (ревматология), стоматология, эндокринология бүлектәре асыла;
· 1949 йыл - махсус кабинеттар булдырыла( ҡолаҡҡа протездар ҡуйыу, сурдолгия, энә менән дауалау, эндокринология;
· 1948 йыл - тәүге ЭКГ кабинеты булдырыла;
· 1956 йыл - нейрохирургия бүлеге асыла;
· 1957 йыл - ортопедия һәм травматология бүлеге асыла;
· 1958 йыл - Өфө ҡала терапия һәм педиатрия участкаларын Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенә тапшырыу ауыл халҡына табип консультацияларын ойоштороу яҡшырта ;
· 1960 йыл - ауыл һәм ҡалаларҙан ауырыуҙарҙы консультацияларға йүнәлтәмә буйынса (путевка) ҡабул итеүҙе ойоштороу ;
· 1960 - 1970 йылдар - консультациялар өсөн поликлиника, терапия корпусы төҙөлә, акушерлыҡ һәм гинекология, хирургия корпустарына реконструкция үтә, ситтән килеп консультация алыусылар, тикшереү үтеүселәр өсөн 200 урынлыҡ пансионат, 150 урынлыҡ ашхана төҙөлә;
· 1976 йылдар - халыҡты медицина хеҙмәте менән тәьмин итеүҙәге уңыштары һәм ойошторолоуына 100 йыл тулыу уңайынан дауахана Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүәкләнә ;
· 1976 йылдың 13 сентябрендә Республика клиник дауаханаһына Башҡортостан Республикаһының беренсе һаулыҡ һаҡлау наркомы, табип Ғүмәр Ғәлим улы Ҡыуатов исеме бирелә;
· 1984 йыл - «Медик» мәҙәниәт йорто, аптека һәм административ- хужалыҡ хеҙмәте бинаһы төҙөлөп бөтә;
· 1988 йыл - СССР Министрҙар Советы республикала диагостика үҙәге булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.
 
== Эшмәкәрлеге ==