Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
51 юл:
1917 йылдың август айында [[Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары|II Бөтә башҡорт ҡоролтайында]] [[Башҡорт үҙәк шураһы]]ның башҡарма комитеты составына инә. Декабрь айында Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында [[Автономиялы Башҡортостан]]дың [[Кесе Ҡоролтай]]ына ағза һайлана. Ҡоролтайҙа [[Шәйехзада Бабич]], [[Ғәбделхәй Иркәбаев]], [[Нуриәғзәм Таһиров]] менән берлектә [[Тулҡын (ойошма)|«Тулҡын»]] башҡорт йәштәр берләшмәһен ойоштороуҙа ҡатнаша. Башҡарма комитет составына инә.
 
1918 йылдың ғинуар айында [[Башҡорт хөкүмәте]] ҡушыуы буйынса [[Тамъян-Ҡатай кантоны]] идаралығын ойоштороу буйынса шөғөлләнә. 1918 йылдың февраль айында [[Иҙелбаев Ғабдулла Сәфәрғәли улы|Ғабдулла Иҙелбаев]] һәм [[Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы|Ғимран Мағазов]] менән Ырымбурға ҡайтыу менән, [[Баймаҡ]]та урындағы [[Баймаҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын атыу|большевиктар тарафынан ҡулға алына]], һорауҙарға һәм туҡмалыуҙарға дусар була. Бының тураһында Хәбибулла ҒәьитовҒәбитов ошолай яҙа: ''«Суд эшселәр советы бинаһында, ҡулға алыу йортонан 20—30 сажин самаһында урынлашҡан ине. Ишектән сыҡҡан ыңғайына, мин бер һаҡсының төйҙә менән һуғыуына йығылып киттем. Ерҙән ҡалҡытып, башыма шапка кейҙергәндәренән һуң, бер нисә аҙым да яһап өлгөрмәнем, тағы бер һуғыу аяҡтан йыҡты. Был күренеш суд бинаһына барып еткәнсе ҡабатланды … Аҙаҡ мине саҡырҙылар. Улар беҙҙән мыҫҡыл иттеләр, көлдөләр… Зал уртаһындағы өҫтәл тирәләй 15-ләп һалдат ултыра ине. Улар араһында кешене йыртҡыстан айыра алыуға бер һәләтле кеше булманы. Бында эшсе-шахтерҙар ҙа бар ине, улар өйкөлөшөп баҫҡандар һәм миңә ҡарайҙар. Был картинаны күреп, мин кешелеклеккә һәм ғәҙеллеккә булған бөтә өмөтөмдө өҙҙөм''»<ref name="У истоков Башкирской республики"/>.
 
22 февралдә большевиктар суды ҡарары менән командирҙар, башҡорт отряды поручигы Иҙелбаевты һәм прапорщик Мағазовты аталар. Ғәбитов мыҫҡыллауҙарҙан һәм туҡмалыуҙарҙан һуң иреккә сығарыла. 1918 йылдың көҙөндә был [[Баймаҡта Башҡорт Хөкүмәте ағзаларын атыу|Баймаҡтағы трагик ваҡиға]] тураһында ул «[[Башҡорт тауышы]]», «[[Башҡортостан хөкүмәтенең теле]]» гәзиттәре битендә ентекле һүрәтләй.