Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
}}
 
'''Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы''' ( 23 ғинуар,[[1871]] йыл, [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Ҡамбулат ауылы — 28 сентябрь, [[1918]] йыл, [[Стәрлетамаҡ]]) — күренекле уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, [[XIX быуат]] аҙағы — [[XX быуат]] башындағы йәмәғәт эшмәкәре, [[башҡорт милли хәрәкәте]]н ойоштороусыларҙың береһе.
 
== Биографияһы ==
Арыҫланбәк Әлимғоловтың атаһы — уҡытыусы, [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Аҙнай һәм Ергән волостарының земство эшмәкәре , милләте башҡорт Арыҫланғәле Ғәләүетдин улы Әлимғолов (әсәһе — Ғә(ғ)зимә , һеңлеһе — Камилә). Ҡатыны — Фатима Ниғмәтйән ҡыҙы Зәйнуллина? [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]] Аллағыуат ауылынан (1874? — 1938). Вариҫтарында һаҡланған мәғлүмәттәр буйынса, Арыҫланғәли Әлимғолов [[Ырымбур]]ҙа линейное училищела уҡып белем алғандан һуң, әлеге [[Ишембай районы]] [[Аҙнай (Ишембай районы)|Аҙнай]] ауылында земство мәктәбендә, [[Шишмә районы]] [[Сафар (Шишмә районы)|Сафар]] ауылында уҡытыусы булып эшләй.1900-1910 йылдар тирәһендә Ергән волосы старшинаһы булып һайлана. Улы Арыҫланбәк тә линейное училище тамамлай. [[1900]]—[[1910]] йылдар тирәһендә Шишмә районының [[Ҡара Яҡуп]] ауылында земство училищеһы мөдире (директоры) була, һуңынан [[Стәрлетамаҡ]]та - — ҡала училищеһында уҡыта. Стәрлетамаҡтан оло улы Мөҡәддәстең Коля исемле дуҫы менән ҡылған шуҡлығы арҡаһында китергә мәжбүр була. Малайҙар бер төндө сиркәүҙең колокольняһына менеп, ҡыңғырау һуға.
[[Файл:Алимгулов Арсланбек Арслангалиевич, 1908 г.jpg |right|300px|Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы ғаиләһе Ҡара Яҡуп земство мәктәбе алдында, 1908 йыл]]
Арыҫланбәк Әлимғолов төплө белемле, киң ҡарашлы, талапсан уҡытыусы, крайҙы өйрәнеүсе, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын йыйыусы булараҡ та билдәле. Уның мәҡәләләре [[1912 йыл]]дан башлап [[Өфө]]лә сыҡҡан «Ведомости Оренбургского учебного округа» журналында баҫыла, мәҫәлән, «Башкирские мифологические рассказы» (1915 й. 5-се һанында). [[1914]] йылда оло улы Мөҡәддәсте Ҡазан университетына урынлаштыртыра алмай, чиновниктарҙың быға ҡырҡа ҡаршы төшөүен бик ауыр кисерә. Был ваҡиға уны сәйәсәткә этәргән бер хәл булғандыр тип фаразлана.
28 юл:
 
== Вафаты ==
[[1918]] йылдың июлендә [[Стәрлетамаҡ]]ты аҡ чехтар менән казактар баҫып ала. Тирә-яҡтағы урмандарҙа большевиктар партизан отрядтары ойоштора. Аҡтар Әлимғоловтың был ваҡытта [[Ҡамбулат]] ауылында йәшәгән ғаиләһен юҡ итеү менән янап, уның урмандан сығыуын талап итә. Төрмәлә оҙайлы һорау алыу, язалауҙарҙан һуң Стәрлетамаҡтың реввоенкомитет ағзалары менән бергә, аҡтар уны [[1918]] йылдың 27 — 28 сентябрендә Өфө трактының 5-се километрында атып үлтерә. Был турала аҡтар ҡаланан сигенгәс, төнгө ҡараңғылыҡтан файҙаланып, яралы килеш атылыуҙан ҡотолоп ҡалған Фазыл (Әбделфазыл) Шәмсетдинов ([[Ишембай районы]] [[Ҡыяуыҡ]] ауылынан) һөйләй<ref>https://sterlya.info › Стерлитамак › История</ref><ref>www.ivlev.ca/dr/article/стерлитамакская-трагедия-1918-2018</ref>.
 
Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм тирә-яғында контрразведка айырыуса Совет власы эшмәкәрҙәренә һәм активистарына аяуһыҙ була, сөнки уның начальнигы - — ағас һатыу менән шөғөлләнгән бай эшҡыуар улы Александр Никитич Пылаев яңы власть яҡлыларҙы тамырынан ҡороторға һүҙ бирә. Стәрлетамаҡ төрмәһендә 1918 йылдың сентябрь аҙағында атылырға тейешле тотҡондар һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып ҡаса, Пылаевтың йыртҡыслыҡтары тураһында улар һөйләй. Көн дә тотҡондарҙы Пылаев янына алып киләләр, яланғас кешеләрҙең башына Пылаевтың бер яраны, аяғына икенсе яраны ултыра, палач ҡайыш ҡамсы, йәки шомпол менән менән тотҡондоң тәне телгеләнгәнсе туҡмай<ref>gorod-na-sterle.ru/2008/10/12/baloven-bedy/</ref>. Арыҫланбәк Әлимғолов та ошондай ҡаты язалауҙарға дусар ителә. Ҡатыны Фатима Ниғмәтйән ҡыҙының ҡустыһы Насирйән ([[Аллағыуат(Стәрлетамаҡ районы)|Аллағыуат]] ауылынан) еҙнәһенә алмаш кейем, ашанды, яраларына һөртөргә шифалы майҙар алып килә. Тик быларҙың береһен дә тотҡонға бирергә рөхсәт итмәйҙәр.
 
Совет власы яҡлыларҙы атыу октябрь айында ла бара. Был эштәрҙе урындағы контрразведка һәм чехословак корпусы һалдаттары башҡара.
 
1919 йылдың февралендә Стәрлетамаҡты ҡыҙылдар ала, 11 февралдә ҡала халҡы 80 ашыу кешене хөрмәтләп ерләй. Һәләк булған Федор Пищаев, Григорий Вишкин, Максим Евграфов, Семен Тихонов, Владимир Вдовин, Павел Агафоновтың кәүҙәләрен Ергәнгә алып ҡайтып, ерләйҙәр<ref>bibliografu.ru/archives/2796</ref>. А.Әлимғоловтың кәүҙәһен таныусы табылмай, ул Стәрлетамаҡта ерләнгән тип иҫәпләнә. Ләкин ғаиләлә уны [[Ергән]] урыҫтары Стәрленән йәшерен алып ҡайтып, Ергәндә ерләгән, тип иҫәпләйҙәр.
 
Контрразведка начальнигы Пылаев аҡтар менән башта Себергә, һуңынан Ҡытайға ҡаса. Тик ул бер аҙҙан ҡатынын Ҡытайҙа ҡалдырып, кескәй ҡыҙын үҙе менән алып, Рәсәйгә ҡайта. Башта ябай һалдаттар менән өс йыл төрмәлә ултырып сыға. Уны Себерҙә осраҡлы рәүештә танып, ҡулға алалар, 1925 йылда Стәрлетамаҡҡа алып киләләр һәм ҡылған яуызлыҡтары өсөн хөкөм итәләр.
 
Совет власын ойоштороусылар атылған урынында Граждандар һуғышынан һуң башта ағастан һәйкәл ҡуйыла, ул һәйкәлдә Арыҫланбәк Әлимғоловтың исеме лә була. 1920-1930-сы йылдарҙа Әлимғоловтың Стәрлетамаҡ балалар йортонда, педтехникумда уҡыған балалары һәйкәл янына барып йөрөй. 1957 йылдың 26 сентябрендә был урында таштан һәйкәл асыла, тик унда бер нисә кешенең исеме яҙылмай ҡала<ref>gorod-na-sterle.ru/2010/09/26/obelisk-na-5-verste-ufimskogo-trakta/</ref>.
 
== Балалары ==
А. Әлимғоловтың 8 балаһы була:
А. Әлимғоловтың 8 балаһы була: Мөҡәддәс (1897—1985)- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған колхозсыһы,Беренсе донъя һуғышы,Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан; Әхнәф (1906—1970)- математика уҡытыусыһы, Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 112-се Башҡорт атлы дивизияһында политрук була; Искәндәр (1908—1974)- Башҡортостандың Күгәрсен районы мәктәптәрендә директор, математика уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан; Гөлсөм (1912—1968)-Ҡама, Һабаш ауылдарында йәшәй; Тәлғәт (1917—1941)- уҡытыусы,артиллерист, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, Әнүәр (1919—1941)- уҡытыусы,сик буйы һаҡсыһы,Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була; Фәриҙә, Мәрйәм- комвуз тамамлайҙар (йәшләй вафат булғандар).
# Мөҡәддәс (1897—1985) — Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған колхозсыһы,Беренсе донъя һуғышы,Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан;
# Әхнәф (1906—1970) — математика уҡытыусыһы, Үзбәк ССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, 112-се Башҡорт атлы дивизияһында политрук була;
# Искәндәр (1908—1974) — Башҡортостандың Күгәрсен районы мәктәптәрендә директор, математика уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан;
# Гөлсөм (1912—1968) — Ҡама, Һабаш ауылдарында йәшәй;
# Тәлғәт (1917—1941) — уҡытыусы, артиллерист, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була,
# Әнүәр (1919—1941)- уҡытыусы, сик буйы һаҡсыһы,Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була;
# Фәриҙә һәм..
# Мәрйәм — комвуз тамамлайҙар (йәшләй вафат булғандар).
# Һанлы исемлектең бер юлы
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
# Башкирские исторические предания — DsLib.net www.dslib.net › Филологические науки › Фольклористика
# за Июль 1905 года — «Уфимские Ведомости» :: Еженедельная … vedomosti.journal-ufa.ru/showinf.php?n=7&n_id=186
# [PDF]правительство республики башкортостан — Башкирский … https://bspu.ru/files/10424
# [http://srgazeta.ru/2015/10/ulica-moego-pradeda/ Улица моего прадеда | Стерлитамакский рабочий — новости …]
 
== Сығанаҡтар ==