Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Әҙәби эшмәкәрлеге: clean up, replaced: урыҫ → рус using AWB
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
52 юл:
Рәғиҙә Янбулатованың тормош юлдашы — башҡорт сәнғәтенең мәшһүр вәкиле, театр һәм кино артисы, аҙаҡтан режиссер һәм драматург булып танылған һәм 1955 йылда башҡортттар араһынан тәүгеләрҙән булып «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән юғары һәм хөрмәтле исемгә лайыҡ булған атаҡлы ир-уҙаман [[Арыҫлан Мөбәрәков]] (1908—1977). Улар Өфөнөң Коммунистик урамындағы 34/1 һанлы йортта йәшәне. Бөгөн унда мемориаль тактаташ ҡуйылған.
 
Ике сәхнә әһеленең ҡыҙы, образлы итеп әйткәндә, сәхнәлә тыуып-үҫкән [[Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы|Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова]] ла республикабыҙҙың ғына түгел, бөтөн ил сәнғәтенең яҡты йондоҙона әүерелде: башҡарған сағыу ролдәре өсөн ул 1990 йылда атаһы кеүек «СССР-ҙың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бик тә нигеҙле баһаланды. Бында бер ҡыҙыҡлы фактҡа туҡталып китеү урынлы булыр: [[Арыҫлан Мөбәрәков]] республикала һәм башҡорттар араһында беренсе «СССР-ҙың халыҡ артисы» булһа, уның ҡыҙы — республикала был бейеклеккә күтәреүселәрҙең һуңғыһы, ил буйынса ла ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы һуңғы сәхнә оҫталарының береһе булды<ref>[http://artists-cccp.ru/?p=199#more-199 Список Народных артистов 1990 года]{{ref-ru}}</ref>. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы был шөһрәтле исемде алып ике йыл да үтмәне, СССР тигән бөйөк ил тарҡалып, юҡҡа сыҡты. Унан алда ғына «халыҡ артисы» исемен киң билдәле бер нисә сәнғәт вәкиленә биреп өлгөрҙөләр. СССР-ҙың һуңғы (1991 йыл) «халыҡ артистары» — йырсы Алла Пугачева һәм актёр Олег Янковский<ref>[http://www.pravda.ru/news/culture/22-12-2011/1102843-artists-0/ Ровно 20 лет назад были названы последние народные артисты СССР — Правда. Ру]{{ref-ru}}</ref>.
 
== Иҫкәрмәләр ==