Соя: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
стилде төҙәтеү, орфография, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
41 юл:
 
Соя буйынса тәүге тикшеренеүҙәр [[Америка Ҡушма Штаттары]]нда 1804 йылда [[Пенсильвания]] штатында һәм 1829 йылда [[Массачусетс]] штатында ойошторола. 1890 йылға илдәге тәжрибә учреждениеларының күбеһе соя менән тәжрибәләр үткәрә. 1898 йылда [[АҠШ]]-ҡа Азия һәм Европанан ҙур күләмдә сояның өлгө сорттары ҡайтарыла, һәм бынан һуң маҡсатлы селекция эштәре һәм был культураны киң үҫтереү башлана. 1907 йылда Америкала соя 20 мең гектарға яҡын ерҙә сәселһә, 1930-сы йылдар башына был үҫемлеккә бүленгән майҙандар ил буйынса 1 миллион гектарҙан ашып китә.
 
Алыҫ Көнсығышта эшләгән һәм [[СССР]]-ҙа беренсе булып сояның фәнни нигеҙҙә үҫтереүҙе башлаған ғалим-В. А. Золотницкий фекеренсә (1962), рус ғалимдары һәм сәйәхәтселәре ҡырағай һәм культуралы сояны тәүге тикшереүселәр була. [[Рәсәй империяһы]]нда сояны тәүгеләрҙән булып телгә алыу Василий Данилович Поярковтың [[Охот диңгеҙе]]нә 1643—1646 йылдарҙағы экспедицияһы менән бәйле. Сәйәхәтсе [[Амур]] йылғаһының урта ағымында көн иткән манжур-тунгустарҙа соя сәсеүлектәрен осрата.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Соя» битенән алынған