Соя: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Соя тарихы: күренеште төҙәтеү, стилде төҙәтеү, орфография, аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
37 юл:
[[Файл:FOR MORE HEARTY SOUPS - ADD SOYA - NARA - 515460.jpg|thumb|left|Соя аҙыҡтарына [[Икенсе донъя һуғышы]] ваҡытындағы Америка рекламаһы]]
Европа ғалимдарына соя 1691 йылда Көнсығыш илдәренә килеп ҡайтҡан герман натуралисы Энгельберт Кемпферҙың 1712 йылда баҫылып сыҡҡан «Amoentitatum Exoticarum Politico-Physico-Medicarum» исемле китабында һүрәтләнгәс билдәле була. [[Карл Линней]]ҙың тәүге баҫмаһы 1753 йылда донъя күргән «Species Plantarum» тигән билдәле хеҙмәтендә соя ике исем менән телгә алына — Phaseolus max Lin. һәм Dolychos soja Lin. Һуңынан немец ботанигы Конрад Мёнх сояны «икенсе тапҡыр аса» һәм Soja hispida Moench исеме менән теркәп ҡуя. Европаға соя 1740 йылда [[Франция]] аша килеп эләгә һәм тик 1885 йылда ғына үҫтерелә башлай. 1790 йылда соя беренсе тапҡыр в [[Англия]]ға индерелә.
 
Соя буйынса тәүге тикшеренеүҙәр [[Америка Ҡушма Штаттары]]нда 1804 йылда [[Пенсильвания]] штатында һәм 1829 йылда [[Массачусетс]] штатында ойошторола. 1890 йылға илдәге тәжрибә учреждениеларының күбеһе соя менән тәжрибәләр үткәрә. 1898 йылда [[АҠШ]]-ҡа Азия һәм Европанан ҙур күләмдә сояның өлгө сорттары ҡайтарыла, һәм бынан һуң маҡсатлы селекция эштәре һәм был культураны киң үҫтереү башлана. 1907 йылда Америкала соя 20 мең гектарға яҡын ерҙә сәселһә, 1930-сы йылдар башына был үҫемлеккә бүленгән майҙандар ил буйынса 1 миллион гектарҙан ашып китә.
 
== Әҙәбиәт ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Соя» битенән алынған