Әл-Харам мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
64 юл:
== Әл-Харамда тауаф ==
[[Гүзәл Ситдиҡова]]ның «Йәннәт баҡсаһы» китабынан:
 
Баш осонда — йәш ай, һилал. Беҙҙә уны, урыҫҡа эйәреп, «ярым ай» тип исемләгән булалар. Ана ниндәй матур атамаһы бар уның — һилал. Был һүҙ хәҙер фамилияларҙа ғына һаҡланып ҡалған. Ҡара бәрхәт күк йөҙөндәге сихриәткә арбалып берауыҡҡа онотолам — әйтерһең, [[Ҡәғбә]]тулланың тап уртаһына күҙгә күренмәҫ манара күтәрелгән дә, осона ысын ай үҙе беркетелгән. Ул беҙҙәге кеүек ҡырын ятмай, ә ултыртып ҡуйылған кәсә рәүешле. Шуға ла [[Сәғүд Ғәрәбстаны|Ғәрәбстан]]дағы [[мәсет]] [[манара]]ларындағы һилалдың тарбаҡтары ике яҡҡа ла тигеҙ итеп ҡуйылғандыр әле.