Әл-Харам мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
62 юл:
[[Ҡәғбә|Ҡәғбә]] янында беренсе мәсет [[638 йыл]] төҙөлгән була. Мәсеттең әлегеһе [[1570 йыл]]дан билдәле. Үҙ тарихында мәсет бер нисә тапҡыр яңыртып ҡоролған, тәүгеһенән бик аҙ ғына нимәлер һаҡланған. Риүәйәт итеүҙәренсә, тәүҙә Әл-харам мәсете бары алты [[манара]]лы булған, тик [[Истанбул]]да ла [[Зәңгәр мәсет |Зәңгәр мәсет]] алты [[манара]]лы итеп төҙөлгәс, [[Мәккә]] [[имам]]ы тип [[харам]] тип атаған: Ҡәғбә мәсете донъялағы башҡа бер мәсет менән дә бер тигеҙ булырға тейеш түгел. Шунан һуң солтан Әхмәт Ҡәғбә мәсетендә етенсе манара төҙөргә бойорған <ref>[http://reports.travel.ru/reports/2016/10/256611.html.Голубая мечеть Султанахмет]</ref>
 
== Әл-Харамда тауаф ==
==[[Гүзәл Ситдиҡова]]ның «Йәннәт баҡсаһы» китабынан ==:
 
Баш осонда — йәш ай, һилал. Беҙҙә уны, урыҫҡа эйәреп, «ярым ай» тип исемләгән булалар. Ана ниндәй матур атамаһы бар уның — һилал. Был һүҙ хәҙер фамилияларҙа ғына һаҡланып ҡалған. Ҡара бәрхәт күк йөҙөндәге сихриәткә арбалып берауыҡҡа онотолам — әйтерһең, [[Ҡәғбә]]тулланың тап уртаһына күҙгә күренмәҫ манара күтәрелгән дә, осона ысын ай үҙе беркетелгән. Ул беҙҙәге кеүек ҡырын ятмай, ә ултыртып ҡуйылған кәсә рәүешле. Шуға ла [[Сәғүд Ғәрәбстаны|Ғәрәбстан]]дағы [[мәсет]] [[манара]]ларындағы һилалдың тарбаҡтары ике яҡҡа ла тигеҙ итеп ҡуйылғандыр әле.