Әл-Харам мәсете: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
исеме үҙгәртелде
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
72 юл:
 
Ғибәҙәтхана тирәләй ап-аҡ тулҡын өйөрмәһе — хажиҙар ағымы бер генә минутҡа ла өҙөлмәй, һулдан уңға ҡарай уралып, тәлбиә, доғалар әйтә-әйтә өлкән майҙанда ҡайнап тора. Беҙ ҙә, өйрәтелгәнсә, йәшел табло ҡаршыһынан тауаф башлайбыҙ. Бының үҙ нескәлеге бар — иҙәндә илаһи Ҡара таш тапҡырынан майҙан ситендәге тупһаларға еткәнсе аяҡ табаны һыйырлыҡ көрән һыҙат һалынған. Тап шуға баҫып, «Бисмиллаһи, Аллаһу әкбәр» тип, уң ҡулыңды һуҙып Ҡәғбәтулланы сәләмләйһең. Һыҙатта теләнгән теләк мотлаҡ ҡабул була, ти.
Ойоштороусылар оҙатып йөрөмәү арҡаһында, тарау-торау килгән беҙҙең ватандаштарҙың бәғзеләре, тап бына ошо нескәлекте белмәгәнлектән, Ҡәғбәтулла тирәләй шул рәүешле үтмәгән. Шайтанға таш атып килгәндән һуң Өфөнән килгән ғалимә ханымдар менән тауаф ҡылдыҡ. Кәрәкле тәртибен күрһәткәйнем, тәүге көн тейешенсә үтмәгәнбеҙ, тип бик бошондолар.
 
Ҡара таш ишеге яғындағы мөйөштә Ибраһим пәйғәмбәрҙең ташта уйылып ҡалған эҙҙәре быяла ҡалпаҡ эсенә ҡуйылған — тауаф ҡылыусылар уға яҡын уҙырға тырыша.
Рәшиҙә Исхаҡиҙың китабы үтә файҙалы булды — ете үтештә шунан алып ете төрлө доға-теләктәр уҡыным һәм уларҙың һәр береһен үҙемә генә түгел, ғаиләмә, яҡындарыма, милләтемә, илемә, кешелеккә иң изге теләктәр менән тамамланым.
 
Ташҡын булып килгән халыҡтың аяҡ аҫтында ултырып намаҙ уҡыусылар ҙа бар. Тапап китерҙәр тип тә ҡурҡмайҙар. Ә беҙҙе, аяҡ кейемегеҙ йә башҡа бер нәмәгеҙ төшһә, алырға маташмағыҙ, аяҡ аҫтында ҡалып һәләк булыуығыҙ бар, тип иҫкәрткәйнеләр. Сәғиттәр шундай фажиғә шаһиты булған — арттан ҡыҫырыҡланып килгән хажиҙар ағымы туҡтай аламы ни, абынып иҙәнгә йығылған берәү уларҙың күҙ алдында шәһит үлеме менән донъянан киткән. Тауаф ҡылғанда беҙҙең алдан да бер нисә табут алып сыҡҡайнылар…
Ҡара таш ишеге яғындағы мөйөштә Ибраһим пәйғәмбәрҙең ташта уйылып ҡалған эҙҙәре быяла ҡалпаҡ эсенә ҡуйылған — тауаф ҡылыусылар уға яҡын уҙырға тырыша. Уйламағанда мин дә ҡомартҡы янына барып сыҡтым һәм уға ҡағылғас ҡына: «Харам-харам», — тип ҡысҡырыуҙы ишеттем. Полицейский шунан йыраҡ түгел Ҡәғбәтулланың дауамы итеп һалына башланып, аҙаҡ ни сәбәптәндер төҙөлөп бөтмәй ҡалған урынға үтергә теләүселәрҙе тыйырға маташа икән. Хаж ҡылыусы был урындың тышҡы яғынан үтергә кәрәклеген иҫтә тоторға тейеш.
Ташҡын булып килгән халыҡтың аяҡ аҫтында ултырып намаҙ уҡыусылар ҙа бар. Тапап китерҙәр тип тә ҡурҡмайҙар. Ә беҙҙе, аяҡ кейемегеҙ йә башҡа бер нәмәгеҙ төшһә, алырға маташмағыҙ, аяҡ аҫтында ҡалып һәләк булыуығыҙ бар, тип иҫкәрткәйнеләр. Сәғиттәр шундай фажиғә шаһиты булған — арттан ҡыҫырыҡланып килгән хажиҙар ағымы туҡтай аламы ни, абынып иҙәнгә йығылған берәү уларҙың күҙ алдында шәһит үлеме менән донъянан киткән. Тауаф ҡылғанда беҙҙең алдан да бер нисә табут алып сыҡҡайнылар…
 
Аҡ мәрмәрҙә тулып ятҡан һыңар аяҡ кейемен дә, китаптарҙы ла, башҡа ваҡ-төйәкте лә аша атлап үтәһең. Анауындай мәхшәрҙә йыйыштырыусылар юлды ҡамай һалып, хуш еҫле шыйыҡса менән ялт иттереп йыуып алырға ла өлгөрәләр бит әле. Йөк машиналары менән кузов-кузов «сәпелдәк» түгәләр, ти.
Юл 99 ⟶ 97:
 
…Таңға, сабах намаҙы етәрәк, ғүмрә (кесе) хажыбыҙҙы тамамлап та ҡуйҙыҡ.
 
— Бәхетең, артыҡ тығыҙ булманы, бына хәҙер мәхшәр башланасаҡ, — тип ҡуйҙы юлдашым Мөсәлиә апай.
Иркен, таҙа, матур биналарҙа тәһәрәт алырға бөтә шарттар тыуҙырылған, шуларҙың үҙебеҙгә иң яҡын урынлашҡанынан сығыуға моңло аҙан яңғыраны, йәмәғәт менән иртәнге намаҙҙы ла уҡып, ҡайтыр яҡҡа юлландыҡ.
 
== Иҫкәрмәләр ==