Нервы системаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Нейроны: өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Нейроны: орфография
22 юл:
 
Күпселек '''''дендриттар''''' ([[грек теле|грекса]] «''дендрон''» — ағас) — ҡыҫҡа, ныҡ тармаҡланған үҫентеләр. Бер нейронда улар бер нисә булырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта уларҙың бары тик берәү генә булыуы ла, йә иһә бөтөнләй булмауы ла тулыһынса тәбиғи күренеш. Нервы импульстары дендриттар буйынса нервы [[күҙәнәк|күҙәнәге]] тәненә килеп инә.
[[Файл:GFPneuron.png|thumb|200px|Сысҡандың баш мейеһенедәгемейеһендәге нейрон]]
'''''Аксон''''' ([[грек теле|грекса]] «''аксис''» — үҫенте) — оҙон, башлыса аҙ тармаҡланыусан үҫенте. Ул импульстарҙы күҙәнәк тәненән алып китә. Һәр бер нервы күҙәнәгенең бары бер генә аксоны бар, шул уҡ ваҡытта уның оҙонлоғо бер нисә тиҫтә сантиметрға етергә мөмкин. Шулай итеп, нервы күҙәнәктәренең оҙон үҫентеләре аша импульстар организм кимәлендә ҙур алыҫлыҡтарға тапшырыла ала. Аксондар аша импульстар нейрон тәне аша башҡа күҙәнәктәргә, шул иҫәптән, нейрондарға күсә. Үҙҙәренән киткән үҫентеләрҙең формаһына һәм нисек китеүҙәренә ҡарап нейрондар униполяр (бер үҫентеле), биополяр (ике үҫентеле) һәм мультиполяр (күп үҫентеле) булырға мөмкин.Шулай уҡ ялған үҫентеле нейрондар ҙа була.