Нервы системаһы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
1 юл:
{{Кешенең нервы системаһы}}
'''Нервы системаһы''' — [[иммун]] һәм [[эндокрин система]]лар менән бергә [[организм]]дың дөйөм эшмәкәрлеген бар яҡтан көйләүсе, уның тышҡы һәм эске мөхит менән бәйләнешен, ундағы төрлө үҙгәрештәргә яуабын бойомға ашырыусы морфологик һәм функциональ яҡтан үҙ-ара бәйле төрлө нервы структуралары берлеге. Баш һәм арҡа мейеһенән таралып, бер система тәшкил иткән, бөтә [[организм]]дың эшмәкәрлегенә етәкселек итеүсе нәҙек кенә еп рәүешендәге үҫенде булған нервылар уның беренсел нигеҙе булып тора.
 
== Нервы системаһының дөйөм характерстикаһы ==
Нервы системаһының әһәмиәте һәм мөһимлегенең бөтә төрлөлөгөн уның үҙенсәлектәренән сығып аңлатырға була.
 
# Ярһыусанлыҡ, ҡуҙғыусанлыҡ һәм үткәреүсәнлек ваҡыт функциялары итеп характерлана, аныҡлап әйткәндә һәм дөйөм алғанда, был — ярһыу һәм ҡуҙғыуҙан башланған һәм теге йәки был органдың яуап эшмәкәрлегенә күренгәнгә тиклемге процестар сылбыры. Нервы импульсының нервы епсәләрендә (нервные волокна) таралыуының электрик теорияһына ярашлы, ул урындағы локаль ҡуҙғыу сығанаҡтарының ненерв епсәләренең әүҙем булмаған өлкәләренә күсеүе арҡаһында таралыу ала, был, сағыштырып ҡарағанда, яҡынса электр тогының таралыуына оҡшаш күренеш. Айырма бары тик нерв системаһында икенсе төр, атап әйткәндә, химик процестар барыуында. Бында ярһыу-полярлашыу тулҡынының үҫеше ''ацетилхолин'' медиаторына туранан-тура бәйләнгән. Ҡыҫҡаса АЦХ тип аталып йөрөтөлгән был органик берләшмә химик реакция барышында импульстарҙы баш мейеһенә тапшыра.
 
== Дөйөм мәғлүмәт ==