Шоңҡар (журнал) — версиялар араһындағы айырма

күренеште төҙәтеү
(күренеште төҙәтеү)
 
== Тарихы ==
[[1990]] йылдарға тиклем [[башҡорттар|башҡорт]] йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. «[[Ленинец|Ленинсы]]» нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы ''[[Йәшлек (гәзит)|Йәшлек]]'' гәзите барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта йәштәр журналы асыу мәсьәләһе тыуа.
 
Ул саҡта йәштәр журналы [[Ағиҙел (журнал)|''Ағиҙел'']] журналында ''Журнал эсендә журнал'' булып сыға. Артабан [[1993]] йылдың аҙағында [[«Китап» нәшриәте|Башҡортостан китап нәшриәте]] альманах рәүешендә йәштәр журналының тәүге һанын нәшер итә.
 
== Бөгөнгөһө ==
''Шоңҡар'' буш урында барлыҡҡа килмәне. [[1990]] йылдар барышында, [[башҡорттар|башҡорт халҡы]]ның милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәл ине. Ошоға тиклем башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. «Ленинсы» гәзите урыҫ телендә нәшер ителгән [[Молодёжная газета|«Ленинец»тың]] дубляжы, йәғни туранан-тура тәржемәһе генә ине. Милли хәрәкәттең көсәйеүе һөҙөмтәһендә, башҡорт халҡы, айырыуса йәштәр тырышлығы менән «Ленинсы» нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы [[Йәшлек (гәзит)|«Йәшлек»]] гәзите барлыҡҡа килде һәм ул халҡыҡтың милли үҙаңын уятыуға, асылына ҡайтыуға ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Әммә быуа йырылып аҡҡандағы шикелле оператив жанрҙағы гәзит кенә рухи ихтыяжды ҡәнәғәтләндереп бөтмәне: йәштәр өсөн махсус журнал асыу зарурлығы ҡалҡып сыҡты.
 
Бәхәс юҡ: теләк кенә эштең шунда уҡ хәл ителеүен аңлатмай әле, барыһы ла бөртөкләп йыйыла. [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел» журналының]] ул саҡтағы баш мөхәррире, [[башҡорт әҙәбиәте]] аҡһаҡалы [[Рафиҡов Булат Заһрый улы|Булат Рафиҡов]] ошо абруйлы баҫмала ижади йәштәр өсөн «Журнал эсендә журнал» сығарырға ҙур тәүәккәллек ҡылды. Артабан [[1993]] йылдың аҙағында [[«Китап» нәшриәте|Башҡортостан китап нәшриәте]] альманах рәүешендә йәштәр журналының тәүге һанын нәшер итте. Ә инде [[1994]] йылдың ғинуарында рәсми теркәлеү үткәндән һуң, «Шоңҡар» журналы, үҙ аллы баҫма булараҡ, үҙенең донъяға тыуыуы хаҡында хәбәр итте.
84 827

үҙгәртеү