Йәншишмә (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
орфо, стиль, аныҡлау
31 юл:
 
Артабан тиражын 20 мең данаға тиклем күтәреүгә өлгәшкән гәзит, [[Бөйөк Ватан һуғышы]] башланғас, сығыуҙан туҡтай һәм [[1941]]—[[1959]] йылдарҙа нәшер ителмәй тора.
[[Файл:Газета Йэншишмэ.jpg|мини|слева]]
 
Һуғыш йылдары үтеп, тормош бер аҙ яйлана, ил аяҡҡа баҫа башлағас, яңы быуын тәрбиәләүҙә "Йәш төҙөүсе"не тергеҙеү көнүҙәк мәсьәлә итеп ҡуйыла. Балалар һәм үҫмерҙәр гәзите [[1959]] йылда «Башҡортостан пионеры» исеме менән яңынан донъя күрә башлай. Мәргән, Ишғәле менән Ҡушғәле, аҙағыраҡ Гөлниса исемле үҙенсәлекле геройҙары барлыҡҡа килә. «Башҡортостан пионеры»ның үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Уны уҡып буй еткергән балаларҙың байтағы хәҙер дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, журналистар, ғалимдар һәм башҡа төрлө белгестәр булып танылды.
 
Гәзит 1991 йылдан «Йәншишмә» исеме менән сыға. 2003 йылдан гәзит төҫлө итеп баҫыла.
 
== Рубрикалары ==