Ҡөрьән: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
3 юл:
 
== Ҡөрьән-Шәриф егерме өс йыл эсендә иңдерелгән ==
[[Файл:Folio from a Koran (8th-9th century).jpg|thumb|right|200px|слева|Ҡөрьәндән бер бит]]
«Ҡөрьән» һүҙенең тура мәғәнәһе — «уҡыу» йәки «көйләп уҡыу». Әммә уны күсермә мәғәнәлә «изге китап» тип йөрөтәләр. Китаптың башҡа исемдәре лә бар: «Ҡөрьән Кәрим», «Ҡөрьән Шәриф», «Ҡәләм Шәриф», «Әл-мусхәф», «Әл-китап», «Ҙикр», «Фурҡан» һәм башҡалар.
[[Ислам]] дине тәғлимәте буйынса, ул [[Аллаһ]] тарафынан Ябраил [[фәрештәләр|фәрештә]] аша төрлө ваҡыттарҙа [[Мөхәммәт]] [[пәйғәмбәрҙәр|пәйғәмбәргә]] егерме өс йыл буйына бирелгән. Төрлө өйрәтеүҙәрҙән, дини бойороҡтарҙан, өгөт-нәсихәттәрҙән, кәңәштәрҙән торған был китап рифмалы проза (көйлө нәҫер) рәүешендә ижад ителгән. Ҡөрьән сүрәләргә, сүрәләр аяттарға бүленә. Ҡөрьәндә бөтәһе 114 сүрә, төрлө иҫәп буйынса 6204 — тән 6236 — ға тиклем аят бар. Хәҙерге ғалимдар ҡулланылышта булған Ҡөрьәндең төп нөсхәгә тура килеүенә һәм уның [[Мөхәммәт]] [[пәйғәмбәрҙәр|пәйғәмбәр]] аша индерелеүенә шик тотмай. Көндәлек тормошта ([[намаҙ]]ҙа, исем ҡушҡанда, ижаб ҡылыуҙа, мәйетте һуңғы юлға оҙатҡанда һ. б.) бөтә сүрәләр ҙә уҡылмай. Диндар кешеләргә [[Әл-Фатиха]] (Әлхәм) сүрәһен, [[Әл-Бәҡара]] сүрәһенең 255-се (Ҡөрьәндең ҡайһы бер баҫмаларында 256-сы аяттан башлана) аятынан башлап сүрә бөткәнсе ([[Аят әл-Курси]]ҙе), [[Йа Син]]ды, [[Әл-Мүлк сүрәһе]]н (Тәбәрәкте) һәм китаптың һуңғы өлөшөндәге ваҡ сүрәләрҙе белеү етә. Китап тулыһынса [[Ҡөрьән]] сыҡҡанда ғына уҡыла.
Юл 25 ⟶ 26:
 
== Башҡорт телендә баҫтырып сығарыу ==
[[File:Коран переведен на башкирский яз. "Известия", вырезка 1990.jpg|thumb|Коран переведен на башкирский яз. "Известия", вырезка 1990]]
* Ҡөрьән Кәрим (Сәғүд Ғәрәбстанында нәшер ителгән Ҡөрьәндең фотокүсермәһе, ғәрәп тексының хәҙерге башҡорт яҙмаһы менән бирелгән транскрипцияһы, башҡортсаға тәржемәһе). — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 960 б.
* Ҡөрьән тәфсире. — Ҡазан: «Матбуғат йорто» нәшриәте, 2005. — 784 б.
*
== Мәҙәниәттә ==
 
[[Файл:Folio from a Koran (8th-9th century).jpg|thumb|right|200px|Ҡөрьәндән бер бит]]
Миллиардтан ашыу мосолман өсөн<ref name="britannica">[[:en:Muhsin Mahdi|Muhsin S. Mahdi]], [[:en:Fazlur Rahman Malik|Fazlur Rahman]], [[Шиммель, Аннемари|Annemarie Schimmel]]''[http://www.britannica.com/eb/article-9105852 Islam].'' // [[Британника|Encyclopedia Britannica]], 2008.</ref> Ҡөрьән — айырым мөнәсәбәт талап иткән изге Китап. Улар Ҡөрьәнгә бик ҙурлап ҡарай. Күп мосолмандар Ҡөрьәндең бер нисә аятын булһа ла яттан белә. Ғәҙәттә былар [[намаҙ]]ҙа ҡушып уҡый торған сүрә-аяттар. Тотош Ҡөрьәнде яттан белгән кешене [[хафиз]] тип атайҙар.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡөрьән» битенән алынған